Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғирфан Ғөбәйҙуллин: “Студенттар менән уртаҡ тел таба белергә кәрәк”

Ғирфан Ғөбәйҙуллин:“Студенттар менән уртаҡ тел таба белергә кәрәк”Йәйге каникулдар уҡыусылар һәм студенттар өсөн – күңелле ял осоро. Ә бына яңы ғына мәктәп тамамлаусылар өсөн ул – үтә лә яуаплы һәм хәл иткес осор. “Оло тормош юлына аяҡ баҫыу өсөн артабан уҡырға ҡайҙа барырға?” – яңы ғына өлгөргәнлек аттестаты алған йәштәр алдына әлеге мәлдә бына шундай һорау килеп баҫа. Хәйер, был йәһәттән беҙҙә уҡыу йорттары етерлек – йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Ә шулай ҙа, күптәр ошо ваҡытта дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәреүгә, кәңәшкә мохтаж. Ошоға бәйле һорауҙар менән ҡалабыҙҙағы абруйлы уҡыу йорттарының береһе булған Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы директоры Ғирфан Абдулла улы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.

– Ғирфан Абдуллович, үҙегеҙ етәкләгән уҡыу йорто менән яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ әле: колледж ниндәй һөнәр эйәләре әҙерләй?
– Беҙ колледжда техник, механик, техник-технолог, эшсе һөнәре буйынса белгестәр әҙерләйбеҙ. Беҙҙең колледжды тамамлаусыларҙың һәр икенсеһе тиерлек производствола эшләй. Йәштәр, Стәрлетамаҡта ҡала нигеҙе булып торған предприятиелар барлығын аңлап, беҙгә килә. Студенттарыбыҙ уҡып та, эшләп тә йөрөй. Беҙҙә киске бүлек, ситтән тороп уҡыу бүлеге эшләп килә. Заводтар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ҡалалағы 10 преприятиела беҙҙең колледжды тамамлаусылар өсөн вакансиялар бар. Бөгөнгө көндә беҙҙең уҡыу йортон тамалаусыларҙың 65 проценты “Башҡорт сода компанияһы”нда эшләй. Компания етәкселеге шаяртып, беҙҙе “Цех №1” тип йөрөтә. “БСК” менән килешеү төҙөлгән. Ошо системала күптән эшләйбеҙ.
– Һәр уҡыу йортоноң да үҙ йүнәле-ше, эш методикаһы, маҡсаты була...
– Беҙ һөнәри тәрбиә бирәбеҙ. Үҙ программабыҙ бар – үҫеш һәм модернизация программаһы. Сту-денттарҙың фәнни, ижади, физкультура-спорт эшмәкәрлеге буйынса һәләтен үҫтереү өсөн уңайлы шарттар бул-дырабыҙ. Колледжда студенттар һәм ҡала мәктәптәре уҡыусылары өсөн “Робототехника” түңәрәге эшләй. “Һәләтле балалар” түңәрәге, спорт секциялары, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре йүнәлешен үҫтерәбеҙ. Тәрбиә эшенә иғтибар ҙур булырға тейеш, шул саҡта йәш белгес за-водҡа барғас та иң тәртипле хеҙмәткәр буласаҡ. Минеңсә, студент шуны белергә тейеш – тәртип булған ерҙә эш һөҙөмтәле була.
Шулай ҙа, студенттар яҡшы уҡыһын өсөн иң беренсе тейешле шарттар бул-дырырға кәрәк. Маҡсатыбыҙ – эшсе һө-нәрен үҙләштереүселәрҙе юғалтмау, ә киреһенсә, арттырыу. Йыл һайын беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусылар араһынан 32-37 кеше артабан төрлө ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Мәҫәлән, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиа-лы, Мәләүездәге Мәскәү технология һәм идара итеү университеты филиалы. Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусылар араһында фән докторҙары ла бар!
Беҙҙең колледжға уҡырға инергә теләүсе 300 абитуриенттың 150-һе ауыл балалары. Улар өсөн ятаҡта яҡшы шарттар булдырыла. Ауыл балалары эшһөйәр, тәртипле, шуға күрә улар менән эшләүе күпкә еңелерәк тә, күңелле лә. Ғөмүмән, студенттар менән уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Әле уларҙың йәшендә психикаһы формалаша ғына. Рухы төшөп барған баланы өйҙәге проблемаһынан арындырабыҙ, үҙ-үҙенә йомолған баланың йөрәген асабыҙ. Мәҫәлән, ул коридор буйлап йөрөп ята. Тимәк, ашарға аҡсаһы юҡ, өйөнә ҡайтҡыһы килмәй һ.б. Шундайҙарҙың хәл-әхүәлдәрен белешеп, ярҙам итергә тырышабыҙ. Шулай итеп, беҙгә психолог та булырға тура килә. Йәмғиәттә үҙен кәрәкле кеше итеп тойһон өсөн, бер ҡайҙа ла яҙылмаған алымдар, методика ҡулланып эшләргә тура килә. “Хәл ителмәй торған проблемалар юҡ ул!”, – тип күңелен күтәрәбеҙ. Шул рәүешле төрлө проблемаларҙан алып сығабыҙ. Килеп тыуған проблемаларҙы иртәгәһе көнгә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ.
– Студенттарҙы йәлеп итеү өсөн һеҙҙә нимәләр эшләнелә?
– Колледжда студенттар һәм уҡытыусыларҙың фәнни йәмғиәте сиктәрендә уҡыуҙы сифатлы ойоштороу, уҡыу процесына эффектлы уҡыу технологияларын индереү маҡсатында заманса формалар һәм алымдар ҡул-ланыла. Республика инновация майҙаны сиктәрендә “Техник-технологтарҙа һөнәри компетенция формалаштырыу өсөн заманса педагогик технологиялар” темаһы буйынса эшләйбеҙ. Колледждың матди-техник базаһы яңыртыла. Йыл һайын колледжға интерактив таҡталар, аналитик химия лабораторияһы, электромонтаж оҫтаханаһы өсөн ҡорамалдар һатып алабыҙ.
Ғөмүмән, беҙҙә уҡыу комплекслы рәүештә алып барыла. Һөнәри оҫталыҡ серҙәренә төшөнөү менән бергә, үҙеңә оҡшаған түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп, ижади һәләтеңде асырға бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Тамаша залы, үҙ аллы әҙерләнеү бүлмәһе – теләк кенә булһын!
Йәштәрҙең үҙ профсоюз комитеты, үҙидараһы эшләй. “Вестник” тип аталған үҙ гәзитебеҙ эшләй. “Содовик” гәзите менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
–Ҡаҙаныштарығыҙ тураһында ла әйтеп үтегеҙ әле?..
– Студенттарыбыҙ һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. WorldSrillsRussia чемпи-онаттарында («Химик анализ лаборанты», «Табаҡлы металды эшкәртеү», «Электромонтаж» һәм «Химик техноло-гиялар аппаратсыһы») компетенциялары буйынса еңеүҙәр яулайбыҙ. Һөҙөм-тәләребеҙ тураһында һандар һөйләй. Ҡалалағы мөһим сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ. Спартакиадала республика буйынса 3-сө урында киләбеҙ. Йыл һайын төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, беренсе урындар яулайбыҙ. Мәҫәлән, “Әйҙәгеҙ әле, егеттәр!” хәрби-патриотик конкурсы. Халыҡ-ара WorldSkills (Йәштәр хәрәкәте) чемпионатында 6 компетенция буйынса ҡатнашып, 1 алтын, 2 көмөш, 1 бронза миҙал алдыҡ. Замандан ҡалмаҫҡа тырышабыҙ.
Йәштәрҙе һәр ваҡыт дәртләндереп, алға әйҙәп тороу мөһим, йөҙөп йөрөп эшләр, ижад итер өсөн киң офоҡтар асабыҙ, уларҙың әлеге еңеүҙәрен күрә белергә лә кәрәк. Әүҙемдәргә, ирекмәндәргә матди ярҙам итәбеҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙең колледжда 1068 студент араһынан 120 ирекмән бар. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре акцияһы, Стәрле йылғаһының яр буйын таҙартыу һ.б. – бер эштән дә баш тартмайҙар. Ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Азат Күскилдин ирекмәнлек эшен беҙгә ышанып тапшыра.
Ғөмүмән, һәр бала киләсәктә тормошта үҙ урынын тапһын өсөн эшебеҙҙе лайыҡлы башҡарырға тырышабыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Артабан да студенттар ҙур теләк менән һеҙҙе һайлаһын! Һәр ваҡыт гөрләтеп эшләргә яҙһын, ҙур уңыштар юлдаш булһын!
Роза САФИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: