Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Юбилей миҙалдары эйәләрен тапты

Юбилей миҙалдары эйәләрен таптыҮткән йома ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов Стәрлетамаҡта йәшәп, ҡала һәм республика үҫешенә үҙ өлөшөн индереүселәргә “Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Иҫтәлекле бүләк Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы айҡанлы республика Хөкүмәте тарафынан ойошторолдо.

Юбилей миҙалына “Стройсер-вис” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәтенең баш инженеры Вла-димир Вагин, “Стройзаказсы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең элекке директоры Игорь Гусаков, 2-се механизацияланған күсмә колоннаның элекке етәксеһе Николай Иванов, Стәрлетамаҡтың Почётлы гражданы Софья Чурова, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте торлаҡ сәйәсәте буйынса бүлегенең элекке начальнигы Миңзәлә Дәүләтова, ҡала хакимиәтенең торлаҡ сәйәсәте буйынса элекке бүлек белгесе Әлфиә Күскилдина, ҡаланың ирекле халыҡ дружинаһы штабы начальнигы урынбаҫары Әниф Ибраһимов һәм ҡаланың ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов лайыҡ булды.
– Стәрлетамағыбыҙ һәм бөтөн республикабыҙ үҫешенә өлөш индергәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Ҡайһы берҙәрегеҙ әле һаман да тыуған ҡалабыҙға хеҙмәт итә. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм бәхет теләйем, – тип өндәште сараға йыйылыусыларға Владимир Куликов.
Р. САФИНА.
Читайте нас: