Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ял паркына шыршыны тоҡандырыу сараһына бик күп халыҡ килде. Өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә бында ҡуйылған концертты ҡарап, уйнап көлөп ҡайтты. Ҡарғиҙәргә ултырып, парк буйлап йөрөп килеүселәр ҙә булды, ә бына парктың ҡышҡы матурлығын күрергә теләүселәр, күҙәтеү тәгәр-мәсенең йылы кабинкаларына инеп ултырып, барыһын да бейеклектән күҙәтте. Ысынлап та, шыршыны тоҡандырғас байрамса кәйеф тойола башланы. Тимәк, беҙгә байрам килә!