Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һәм уның кешеләре
24 Декабрь 2019, 20:05

ӘГӘР ЭЛЕКТР УТЫ ҺҮНҺӘ...

Кеше еңеллеккә, рәхәткә тиҙ өйрәнә, үткән быуат уртаһында ғына күпселек ауылдарҙа электр сымдар үтмәгән булған. Был ваҡыттарҙы ололар ҙа, йәштәр ҙә онотоп бара.

Кис йә төнөн эшләп торған һыуытҡыс, телевизор, лампочка бер юлы һүнеп, өй эсендә тынлыҡ урынлашһа, тап ошо заманаларға ҡайтҡан һымаҡ булабыҙ. Шәм сығарып тоҡандырып та өлгөрмәйһең, электр утын яңынан тоташтырып та ҡуялар. Телефон, планшеттар көс йыйҙырылырға ҡуйыла, яңы йылға биҙәлгән шыршы яңынан төрлө төҫтәге уттар менән балҡып китә.
Электр энергияһы һәр ваҡыт булыуына күнегеп бөтһәк тә, бындай туҡтауһыҙ эш артында ҙур хеҙмәт ята, быны беҙ ҡаланың электр селтәрҙәре диспетчер үҙәгендә күрҙек тә инде. Ут һүнһә, тәү сиратта, ҡала халҡы ошонда шылтырата, ә заявканы ҡабул итеүсе күҙ алдында торған схемаға ҡарап, эштең ниҙә булғанын аңларға тырыша һәм бригаданы тейешле адресҡа оҙата.
– Беҙ бер өҙлөкһөҙ, тәүлегенә 24 сәғәт эшләйбеҙ. Ҡайһы берҙә психолог ролен дә үтәргә тура килә, сөнки ҡапыл ут һүнеүе ҡайһы бер кешеләргә ауыр бирелә. Тулҡынлана башлайҙар, әрләшәләр, был осраҡта беҙ уларҙы тыңлайбыҙ, йыуатырға тырышабыҙ һәм эшселәребеҙҙе тейешле урынға йүнәлтәбеҙ. Үткән йыл эсендә беҙҙең диспетчерҙар 100 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итте, һәр шылтыратыу яҙҙырыла һәм архивта һаҡлана, – тине оператив-диспетчер хеҙмәте начальнигы Александр Темляков.
...Әлбиттә, һәр өлкәләге эш камиллаша бара, диспетчер үҙәген-
дә лә күпселек эштәр автомат-лаштырылған. Мәҫәлән, урам яҡтыртыу ҡорамалдары, байрамса төҫ биреүсе иллюминация яҡтырт-ҡыстары үҙе тоҡана, үҙе һүнә, шул уҡ ваҡытта, һауа шарттарынан сығып, ҡайһы берҙә диспетчерҙар үҙҙәре лә был эште башҡара – был әле бер генә миҫал. Ғөмүмән, технология нисек кенә үҫешмәһен, кешеһеҙ барыбер эш бармай. Шул иҫәптән энергия менән тәьмин итеү өлкәһендә лә.
Читайте нас: