Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һәм уның кешеләре
24 Декабрь 2019, 16:05

Гүзәл дә ул, егәрле лә эшсе ҡатын-ҡыҙ!

...Ҡала мәҙәниәт һарайының фойеһы байрамса төҫ алған. Бында «Эшсе ҡатын-ҡыҙ» республика конкурсында ҡатнашыусылар үҙҙәре эшләгән ойошма тураһында ифрат та бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған.

Шарҙарҙан алып ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәренә тиклем теҙелеп киткән һоҡланғыс әйберҙәр янында үҙем дә баҙап ҡалдым. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ матур һәм һөйкөмлө булһын өсөн ниндәй генә шарттар юҡ, был саралар барыһы ла уның көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтә. Шул уҡ ваҡытта гүзәл заттың матурлығы уның оҫталығына, уңғанлығына ла бәйле бит. Ошо йәһәттән конкурстың эстәлегенә күҙ һалайыҡ.
Бында республика учреждение-ларында, предприятиеларында һәм ойошмаларында эшләүсе йәштәр йыйылғайны. Сәләмләү һүҙе менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов уларға мөрәжәғәт итеп:
– Был конкурстың республика этабы Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр үтә. Беҙҙең өсөн был – ҙур ғорурлыҡ, һеҙҙе ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ. Бөгөн еңелеүсе булмаясаҡ, сөнки һеҙҙең һәммәгеҙ ҙә үҙ оҫталығын күрһәтеп, һайлаған һөнәрегеҙ буйынса профессиональ оҫталыҡҡа һәм ижади ҡарашҡа ирешкәнһегеҙ. Һеҙгә уңыштар теләйем, – тине.

Конкурста республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан килгән 13 ҡатын-ҡыҙ ярышты. Һайлаған һөнәрҙәре лә төрлө-төрлө уларҙың. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы һөнәри костюмдарҙа сығып, «Мин һәм мин эшләгән ойошма» тигән видеояҙма күрһәтте. Улар үҙҙәре әҙерләгән ижади конкурстарҙа айырыуса асылып китте. Йырлап-бейеп, үҙҙәре лә күңел асты, тамашасыларҙы ла дәртләндерҙе. Шулай итеп, Асҡындан килгән тәрбиәсе ҡыҙ Юлиә Әхмәтғәлиева «Тәрән аҡыллылыҡ», Бишбүләк районынан килгән инглиз теле уҡытыусыһы Фәриҙә Әхмәтшина – «Һөйкөмлөлөк», үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡ күп функциялы үҙәктең баш белгесе Диләрә Бурнашева – «Мөләйемлек», Салауаттан килгән ойоштороусы-педагог Илүзә Дәүләтбәкова – «Яғымлылыҡ», Мәләүез индустриаль колледжынан килгән мастер Светлана Дмитриева – «Һоҡланғыс», Ауырғазынан күмәк тамаша режиссеры Фирүзә Йәлилова «Илһам» номинацияларына лайыҡ булды. Һөҙөмтәлә 1-се урынға Октябрьский ҡалаһынан Айгөл Миңнуллина, 2-се урынға Өфө районынан Дарья Чувилина, өсөнсө урынға Мәләүездән Евгения Юдина лайыҡ булды, ә яҡташыбыҙ Диләрә Бурнашева Гран-при яуланы.
Бындай конкурстар, һис шикһеҙ, хеҙмәт кешеһенең абруйын күтәрә. Башҡаларға өлгө булырҙай ҡатын-ҡыҙҙарҙың эргәбеҙҙә генә эшләп йөрөүҙәренә тағы ла бер тапҡыр инандыра. Эштә лә, тормошта ла алдан барырға көс, дәрт , ҡеүәт өҫтәй.

Гөлдәр ЯҠУПОВА фотоһы.
Читайте нас: