Кемдер магазинда салатҡа ҡыяр һайлай, кемдер баҙарҙа билмәнгә ит ала, бәғзеләр йорт алдын биҙәй, бала-саға тау шыуһа, ололар боҙ ҡаласыҡтары әҙерләй ине. Яңы йыл – ғаилә байрамы, шуға күптәр декабрь урталарынан уҡ йорттарына шыршы ултыртты. Михаил Дегтяревты ла беҙ шыршы алып ҡайтып килгән мәлендә тап иттек. Үҙе саҡ тиерлек атлаһа ла, ҡулына йәшел шыршы тотҡан, ә үҙе йылмайыуҙан балҡыған туҡһан алты йәштәге бабайға өндәшмәйенсә үтеп китә алманыҡ.