Ҡомаҡтарға Анастасияның мөхәббәте ҙур булһа ла, фотоға төшөргә күндерә алманыҡ, туғаны Евгений Мөхәмәтйәнов шатланып беҙгә ярҙам итергә риза булды. Ҡомаҡтар ҙа кеше кеүек үҙенсәлекле икән, күҙ алдына килтерегеҙ әле: алты ҡомаҡтың береһе эт өҫтөнә ултырып, өй буйлап елдерергә ярата, ә икенсеһе һәр ваҡыт хужабикәһенә иркәләнә, ти. Өсөнсөһө иһә бигерәк башлы, иректә йөрөп ала ла, үҙенә кәрәк булһа, ситлекте асып, кире үҙ ояһына инеп ултыра. Шуныһы бар: ҡомаҡтар оҙон ғүмерле түгел, 2-3 йыл йәшәгәндән һуң ҡартайып үлеп китәләр. Тик, ғалимдар һүҙҙәренә таянғанда, был йәнлектәр бик боронғо икәнен беләбеҙ, улар 40-50 миллион йыл элек ер шарында барлыҡҡа килгән.