Фәрит МӨХӘМӘТЙӘРОВ, Мәскәү ҡалаһы, А.Н.Косыгин исемендәге Рәсәй дәүләт университетының 3-сө курс студенты:
– Яңы йылда ирешергә теләгән маҡсаттарыбыҙ, пландарыбыҙ, ниәттәребеҙ, уй-хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын. Һәр көнөбөҙ матур, шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булһын. Һәр көнөбөҙ үткәндәгеләренә ҡарағанда яҡтыраҡ булһын. Иртәгәһе көнгә ышаныс, өмөт менән ҡарарға яҙһын. Ҡәҙерле яҡташтарым, һеҙҙең һәммәгеҙгә лә яҡты уйҙар, аҡ бәхеттәр теләйем!
Гөлшат КӘЛИМУЛЛИНА, педагогик хеҙмәт ветераны:
– Көнсығыш йондоҙнамәһенең 12 йыллыҡ циклын асыусы билдә булараҡ, Аҡ Металл Сысҡан аҡыллы, теремек, маҡсатына ирешеүсән, ҡыйыу хайуан булып һанала. Йыл ғаилә парҙары өсөн тотороҡло тип иҫәпләнә.
Үҙемә килгәндә, гений булмаһам да, аҡылым барҙыр, тим. Сөнки бала саҡтан уҡ уҡытыусы йәки артист буласаҡмын тип маҡсат ҡуйҙым. Аллаға шөкөр, уҡытыусы булып 46 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Ҡыйыумын. Һәр яңылыҡты күтәреп алам, мөкиббән китеп башҡарам.
Яңы 2020 йылда бөтә “сысҡан”дарға ла һәм, әлбиттә, башҡаларға ла һаулыҡ, күңел тыныслығы, өҫтәл тулы муллыҡ, рухи һәм матди байлыҡ, бәхет теләйем!