Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Владимир Куликов Ҡыш бабайға ышанамы?

Ҡала етәксеһе йылды барлап, пландарын һөйләне.Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов ҡатнашлығын-да йыл һөҙөмтәләре һәм киләсәккә пландарға бәйле матбуғат конференцияһы тура эфирҙан телевидение һәм социаль селтәрҙәр ярҙамында алып барылды. Үҙҙәренең һорауҙарын журналистар менән бер рәттән ҡала халҡы ла бирә алды.

Владимир Иванович һүҙен еңеүҙәрҙән башланы һәм октябрь айында Рәсәйҙең 56 субъекты ҡатнашҡан Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы муниципаль практика» конкурсында «Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡҡа йәшәү өсөн мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫте-реү» номинацияһында икенсе урын алыуы тураһында әйтеп китте. Ғөмүмән, былтыр Стәрлетамаҡ йәнә ил кимәлендә үҙен күрһәтте һәм көмөш ҡала исемен дәлилләне. Ҡала башлығы шулай уҡ пландарҙың бик күп булыуын һәм уларҙың барыһы ла ҡалала йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыртырға һәм уңайлыраҡ итергә йүнәлтелеүен һәм еңеүҙәрҙең нәҡ дөйөм хеҙмәт менән яуланыуын билдәләп үтте.

– Стәрлетамаҡтар – эшһөйәрҙәр, ижади ҡарашлылар, ҡаланың һәм республиканың ысын патриоттары. Төп еңеүҙәр халҡыбыҙҙың көндәлек хеҙмәте ярҙамында барлыҡҡа килә лә инде, – тине Владимир Иванович.

Ҡала башлығынан ҡала сәнәғәте көсөн дә белештек. Уның һүҙҙәренсә, сәнәғәт өлкәһенә ҡалала етештерелгән һәм сығарылған тауарҙың 88 проценты тура килә. Ҡалала йәшәүсе кешенең һәр өсөнсөһө сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәт итә, һалым түләүҙәрҙең иң күп өлөшө лә ошо өлкәгә тура килә. Ҡалала инновацион һәм сәнәғәт инфраструктураһы объекттары эшләй, улар – «Инмаш» технопаркы, «Велес» индустриаль паркы, Стәрлетамаҡ сәнәғәт-технология үҙәктәре. Етештереү күләме лә арта, былтыр туғыҙ ай эсендә был күрһәткес 102,7 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта эш туҡталмай, сәнәғәт майҙандарына яңы етештереүселәр индерергә теләйҙәр.

Коллегаларыбыҙ Ҡытайҙан ин-весторҙар килеүе менән ҡыҙыҡ-һынды. Бында иһә Владимир Куликов Ҡытай эшҡыуарҙарының һаҡ ҡыланыуҙарын билдәләп үтте, улар ҡалаға йыш киләләр, ҡарайҙар, әммә бер тәҡдим менән дә сыҡмайҙар икән. Шулай ҙа «Красный пролетарий» акционерҙар йәмғиәте «5 ELEM HI-TECH CORPORATION» компанияһы менән инвестицион проектты башлап тора, улар торбалар эсенә полимер ҡатлам булдырыусы продукция етештермәксе.
Троллейбус идаралығының ки-ләсәге менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа булды. Владимир Куликов иһә троллейбустар буласаҡ һәм әлеге ваҡытта автопаркты яңыртыу буйынса һөйләшеүҙәр барыуы тураһында әйтте. 100 транспортты яңыртырға тигән күҙаллау менән йәшәй ҡала башлығы һәм троллейбустарҙың автоном йөрөшлө булыуын теләй.

Тура эфирҙа иһә Яңы йылға әҙерлеккә күп сығымдар булыуы, ҡиммәтле шыршылар һатып алыу һәм юлдарға реагенттар һибеү мәсьәләһен күтәреп сыҡтылар. Ҡала етәксеһе был өлкәлә бер кемдән дә кәм булмауыбыҙ һәм Яңы йылға ошондай биҙәүҙәр боҙ ҡаласыҡтарында ял итергә, байрамса кәйеф булдырырға ярҙам итә, тине.
Ҡаланы төҙөкләндереүгә кил-гәндә, «Салауат» кинотеатры бинаһы артында «Ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы сиктәрендә эштәрҙе дауам итеү планлаштырыла, артабан да «Башҡорт ихаталары» программаһы ярҙамында ихаталар яңыртыласаҡ, подъездарҙы матурлау, урамда яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу, юлдарҙы ремонтлау дауам итәсәк. Планда 90 урынлыҡ ике балалар баҡсаһын сафҡа индереү һәм 260 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһын төҙөү тора. Шулай уҡ көнөнә 480 кешене ҡабул итә алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы булған яңы поликлиника төҙөү күҙаллана, ҡаланың яңы өлөшөндә «ашығыс ярҙам» подстанцияһын булдырыу һәм ҡайһы бер медицина учреждениеларын берләштереү көтөлә. Яҡын киләсәктә «Содовик» стадионын реконструкциялау, «Стәрлетамаҡ-Арена»ла икенсе боҙ майҙанын яһау, ҡаланың көнбайыш районында поликлиника төҙөү ҡаралған.
Владимир Куликовтан ярым шаяртып, Ҡыш бабайға ҡасан ышанмай башланығыҙ, тип тә һораныҡ. Владимир Иванович иһә Ҡыш бабайға һәр ваҡыт ышаныуын әйтте һәм уның барлығын Яңы йыл алдынан килгән бүләктәр менән дәлилләне. Шулай йәмәғәт, Ҡыш бабайға ышанырға кәрәк, шул уҡ ваҡытта барыһы ла яҡшы булһын өсөн үҙебеҙҙән дә күп нәмә тора.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: