Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Аҡлы-ҡаралы донъя...

Был донъяға һәр кем үҙенсә яраҡлаша. Кемдер бар яҡлап та еңел килгән бәхеткә ҡойона, кемдер ғүмере буйына ҡаршылыҡтар ярып ғүмер кисерә. Ни өсөн шулай?

Минеңсә, был аҡлы-ҡаралы донъяның мәрхәмәтһеҙ яҡтарына битараф ҡалмай, һәр замандың бөтмәҫ ҡырлы-ҡырыйлы яҡтарын үҙ йөрәге аша үткәреүселәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, тормоштоң ҡатмарлыраҡ юлына юлыға. Ундайҙар кемгәлер яраҡлашып интекмәй. Уларҙың үҙ ниәте, үҙ юлы. Бына шундай шәхестәрҙең береһе тураһында яҙып үтмәксемен. Сабый сағынан ошо көндәргәсә ауырлыҡтар алдында теҙ сүкмәгән, ҡар-шылыҡтарҙы ғорур күтәреп, шул уҡ ваҡытта кешелекле, кеселекле, ябай булып ҡала алған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, күптән түгел үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләгән әҙип Ишғәле Ширияздан улы Нурғәлиев тураһында һүҙем. Тулы һыулы, йәмле Һәләүек йылғаһының урта ағышы, үрге Сағыл һәм түбән Сағыл тауҙары араһында урынлашҡан Әптек ауылында ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә.
Бала сағы, ғәҙәттәгесә, йәштәштәре менән Һәләүек буйында һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлап, яҙын тау түбәләре асылғас, Муллан тауы ҡалҡыулығында малайҙар менән «бура», «сәкән» уйындарын уйнап үтә. Күҙ асып йомғансы ғына уҙған балалыҡ йылдары 6-7 йәштә тамамлана.

Ҡот осҡос репрессия Ишғәле ағайҙың ола-таһын да, атаһын да урап үтмәй. Олатаһы алты атын биреп колхозға инергә мәжбүр булһа ла, түрәләргә ҡарата ҡарашын үҙгәртмәгәне өсөн улар тарафынан рух һындырырҙай ҡазалар кисерә. Атаһы, ауылдаштар тип ышанып, хәйләһеҙ бер-ике ауыҙ һүҙ ысҡындырғаны өсөн, төрмәгә эләгә. Сталинизмға яраҡлашып, күптәр кеүек боҫоп ҡына йәшәр заманда, ҡандан-ҡанға күскән тура һүҙлелек һөҙөмтәһелер был.

«Бәхетһеҙ быуын балалары беҙ» – ти үҙен Нурғәлиев. Кеше нисә йәшкә етһә лә, уның күҙ алдында сағыу бер һыҙат булып бала сағы ҡала. Ә Ишғәле Нурғәлиевтың йөрәгендә юшҡын булып төйнәлгән әрнеүле иҫтәлектәр генә һаҡланған. Мәктәптә уҡыған йылдарында патриотик темаға шиғырҙар яҙа ул, ә китаптарҙы күпләп уҡыу әүәҫлеге уҡыған әҫәрҙәрен анализлап барырға өйрәтә. Башланғыс мәктәпте Әптектә тамамлағандан һуң, артабан уҡыуын күрше Сәлих ауылында дауам итә.
Нурғәлиев Ишғәле Ширияздан улы тураһында тәүҙә гәзит-журналдағы әҫәрҙәре буйынса таныш инем. Яҙыусының ҡыйыу яҙылған публицистикаһына ҡарағанда, был автор, һис шикһеҙ, типһә тимер өҙөрлөк бәһлеүәндер тип уйлайһың. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһына Ишғәле Нурғәлиев 2005 йылда тулы ижади багажы менән килә. Авторҙың күпселек мәҡәләләре тәү башлап «Ашҡаҙар» гәзитендә, артабан «Ағиҙел» журналы биттәрендә донъя күрә. 2010 йылда үҙнәшер менән рус телендә «Моя медицина» исемле китабын сығара. 2015 йылда Нурғәлиевтың экологияға ҡағылған күләмле, үткер һүҙле публицистик мәҡәләһе «Киске Өфө» гәзитенең 49-сы һанында баҫыла. Ишғәле Ширияздан улының бар ғүмерен сағылдырған ысынбарлыҡ уның «Ҡарабаш турғай» исемле повесында тупланған.

Яҙыусы ҡоралы – һүҙ ҡеүәте. Ул көскә эйә булыр өсөн башҡалар иғтибарына салынмағанды күреү һәләте, психологияны белеү кәрәк. Был повеста йөрәк сирҡандырып, кеше ышанмаҫтай бер ваҡиға иҫтә ҡалды. Ул – үҫмер баланың яланғас аяҡ ҡар өҫтөнә баҫып буран эсендә алты саҡырым араны йәйәү күрше ауылға мәктәпкә йөрөүе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был – ысынбарлыҡ. «Үткәндәрҙән кире ҡайтара алмаҫтай үкенескә ҡалған саҡтарығыҙ булдымы?» тигән һорауға яҙыусы «Эйе, йәштән яҙышмағаныма үкенәм», – тине.

Был донъяның бар серенә ҡырҡҡа еткәс төшөнөрмөн, тип уйлай Нурғәлиев. Тик заман башҡа – заң башҡа. Һәр дәүерҙең үҙ йомағы. Һәр замандың төрлө ваҡиғалары менән киҫешкән дәүерҙәр шаһиты Ишғәле Нурғәлиев. Әрмелә хеҙмәт иткән саҡтарын юғары уҡыу йортон тамамлауға тиңләй ул. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас Өфө нефть институтын тамамлай. Оло фиҙаҡәр хеҙмәт юлын үтә.

Донъя булғас, төрлө саҡтар була. Тормоштоң һытып һынаған ауырлыҡтарын түҙеп үткәрһәң дә, ҡайсаҡ юҡтан ғына хәтер ҡала. Күп осраған Нурғәлиевтың ғүмер юлында ваҡ йәндәр. Ә көслөләр үс алмай!
Ҡасандыр ул түбән заттарға бик әрнеһәң дә, ваҡыт уҙғас уларға рәхмәт кенә уҡыйһың. Сөнки улар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, сәмле ҡеүәт өҫтәп, баш етмәҫтәй ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Тормош бит ул көслөләрҙе һынай. Һәр ваҡыттағыса, шулай тура һүҙле, көслө рухлы ысын яҙыусы булып ҡал, хөрмәтле Ишғәле ағай!

Асия БАСИРОВА, шағирә.
Читайте нас: