Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өләсәйҙең һандығында нимәләр ята икән?..

Яңы йыл каникулдарында һәр кем күңел асып ҡалырға тырыша. Саңғы шыушыу, һырғалаҡта, тауҙа ял итеү рәхәт тә инде.

Өләсәйҙәр ҙә үҙ уйындарын әҙерләгән, Сода биҫтәһендә Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында үҙенсәлекле уйын ойошторолдо.
«Өләсәйемдең һандығы эсенән уйындар» исемле ҡышҡы бәйге саф һауала ихлас үтте. Кескәйҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә һандыҡ эсендә ятҡан уйындар менән танышып, уларҙа ҡатнашып күңел асты. Иң зирәктәр һәм әүҙемдәр бүләктәр ҙә ота алды. Бына бит, өләсәйҙең һандығында күпме уйындар һаҡланып ятҡан булған. Сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты тип, яҙа ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.
Фото ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтынан алынды.
Читайте нас: