Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

ЕГӘРЛЕ КЕШЕ ҠАЙҘА ЛА ҠУЛ ҠАУШАРЫП УЛТЫРМАЙ

Элек-электән бер нәмәгә иғтибар иткәнем бар: беҙҙәге типһә тимер өҙөрлөк әҙмәүерҙәй ир-аттар шешенеп, магазин төптәрендә йәки туҡталыштарҙа, эш юҡлыҡҡа һылтанып, ҡул һоноп аҡса һорап торған ваҡытта, ҡаралыҡтары менән ситтән килгән булыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан йәп-йәш егеттәр баҙарҙа һата, 200 грамм ҡатыҡ һәм булка менән тамаҡ ялғап ала ла, урамда асфальт түшәй. Аҙаҡ шул уҡ баҙарҙа үҙ сауҙа нөктәһе барлыҡҡа килә, асфальт заводы... Ә магазин төбөндә тапанғандар уларға “талайҙар” тип һуҡранып, һораныуын дауам итә...

Эшләйһе килгән кешегә Ер шарының теләһә ҡайһы мөйөшөндә лә эш табырға була, тимәксен. Ошо фекеремде раҫлағандай, һис уйламағанда оҫта ҡуллы хеҙмәт кешеһен тап иттем. Итектәремде ремонтларға кәрәк ине, урамға сығып күп атларға ла тура килмәне, «Срочный ремонт обуви»ҙы тап иттем. «Яҡшы эшләйҙәрме һуң?» – тип һорауыма клиент ағай: «Иң мөһиме, яҡшы ла, тиҙ ҙә эшләй бында ултырған егет», - тине. Сәғәт ярымдан итектәрем әҙер ине инде. Оҫтанан: «Һеҙ башҡорт егетеме әллә?» – тип һорамай булдыра алманым, уны бер танышыма оҡшатып. «Юҡ, мин – ҡырғыҙ», – тине егет. Шулай ҙа һөйләшеп киттек. Баҡһаң, ул беҙҙең тарафтарға Ҡырғыҙстандан 2002 йылда иптәш егете янына килгән дә тороп ҡалған.

«Сит яҡтарҙа эш табыуы еңелдән булмағандыр?» – тиеүемә:
– «Эш юҡ тип, эшләмәй йөрөү-селәрҙе бөтөнләй аңламайым. Эшемде башта урамда асыҡ һауала башланым, тиергә лә була. Аҙаҡ ныҡлап өйрәнеп киттем, – тип яуап бирҙе Арыҫлан Мадраһимов.

Әйткәндәй, ул бында ғаилә бәхетен дә тапҡан. Ғафури ҡыҙына өйләнеп, ипотекаға фатир алырға ла өлгөргән. Арыҫлан Вәлийән улы һымаҡ ситтә лә юғалмаған егәрле, аҫыл егеттәр һоҡландыра мине, магазин янында һоранып торғандар түгел…
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: