Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡышҡы әкиәттә ҡунаҡта

Ҡыш – иң серле, иң тылсымлы йыл миҙгеле. Был осорҙа һәр кем үҙен әкиәт илендә кеүек хис итә: ағастар мамыҡ аҡ юрғанға төрөнә, Ҡыш бабай йорт тәҙрәләрендә ҡабатланмаҫ серле һүрәттәр төшөрә, ҡыйыҡ баштарынан ярышып һуҙылған боҙбармаҡтар, төрлө йәйғор төҫөндә ялтырап, айырыуса кәйефтәрҙе күтәрә. Бөтә ошо серле атмосфераға йәм өҫтәп, ҡыш миҙгеленең иң мөһим байрамы – Яңы йыл етә.

Яңы йыл байрамын балалар ғына түгел, ә ололар ҙа тулҡынланып ҡаршы ала. Кескәйҙәр байрам бүләген түҙемһеҙләнеп көтһә, ә инде ололар ҙа ҡыҫҡа ғына мәлгә бала саҡ иленә юллана. Ә бит кем уйланғаны бар: ҡайһы осорҙан беҙҙең илдә Яңы йыл байрамын үткәрә башлайҙар? Ҡыш бабай ҡайҙа йәшәй? Яңы йыл алдынан Рәсәйҙә ни өсөн ҡар тауҙары, боҙҙан төрлө һындар яһайҙар? Был кескәйҙәр өсөн ғәҙәти һорауҙарға ҙур үҫкәс, тағы ла бер тапҡыр яуап эҙләргә мәжбүрбеҙ.

Мин дә уҡыусыларым менән ошо ҡыҙыҡлы ла, ябай ҙа һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатында, 6 ғинуар көндө ҡалабыҙҙың 19-сы мәктәбендә кластан тыш сара үткәрҙек. Сара белем усағыбыҙҙа дәррәү эшләп килгән “Халыҡтар хазинаһы” кластан тыш дәрес сиктәрендә уҙҙы. Ҡатнашыусыларҙың йәш үҙенсәлектәре төрлө булыу сәбәпле, төрлө ауырлыҡтағы һорауҙар һәм эштәр әҙерләргә тура килде. 6-сы класс уҡыусылары Яңы йыл байрамы ҡайҙан килеп ингәнлеге, Ҡыш бабай тураһында һөйләһә, 7-се класс уҡыусылары башҡа илдәрҙә ни рәүешле байрам итеүҙәрен сәхнәләштереп күрһәтте. 8-се класс уҡыусылары ҡала урамдарын байрамдарға биҙәү, йылдар үтеү менән яңы ниндәй ысулдар, ҡорамалдар килеп сығыуы тураһында бәләкәй генә проект эше тәҡдим итте. Кластан тыш сара байрам кәйефендә бик тә ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Балаларҙың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу сатҡыларын күреп, тағы ла ҡыуандым. Был мин алып барған тарих фәненә йәлеп итеүҙең бер сараһы ине. Уҡыусылар саранан төрлө идеялар, киләсәккә яңы пландар ҡороп таралышты.

Дания ФӘЙЗУЛЛИНА,
19-сы мәктәптең тарих уҡытыусыһы.
Читайте нас: