Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса 5-се суд участкаһы Мирауай судьяһы Эльвира Звонова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
"Һеҙ республикабыҙ һәм уның халҡы өсөн бик күп эштәр башҡараһығыҙ. Ысынлап та, һеҙ үҙегеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән йәштәргә өлгө булып тораһығыҙ", - тине Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп.
Ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың ғорурлығы булып, артабан да халыҡҡа хеҙмәт итегеҙ! ҡотлауҙарға ихлас ҡушылабыҙ! Уңыштарығыҙ дауамлы булһын, хоҡуҡ һаҡсыһы!