Ҡалабыҙҙа рейтинг буйынса алдынғылар рәтендә булған 3-сө лицейҙа бик шәп, тырыш, аҡыллы егет уҡый. Бәләкәйҙән үк ололарға ҡарата ихтирам, кеселәргә ярҙам итеү, мәктәп тормошонда янып йәшәү сифаттарын үҙенә йыйған Баязит атлы егет ул. Ҡала мөхитендә үҫеп, таҙа итеп башҡортса һөйләшкән, башҡорт телен яратҡан егет менән ғорурланмау мөмкин түгел. Исеме лә есеменә тап килеп тора уның (Баязит – өҫтөнлөклө, алдынғы тигәнде аңлата), Баязит Хафизов – лицейыбыҙ йондоҙо, төп таянысыбыҙ, сөнки унан башҡа лицейҙа бер сара ла үтмәй.
Ил кимәлендә уҡыусыларҙың белемен, фекерләүен һәм ижади ҡарашын билдәләргә булышлыҡ иткән “Гагарин кубогы”, “Глобус” олимпиадаларында, республика һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән “Йәш журналист”, “Алтын бишек”, “Һаумы-һаумы, әкиәт!” конкурстарында, республика һәм ҡала кимәлендә үткәрелеп килгән ғилми-тикшеренеү эштәре менән “Кейекбаев уҡыуҙары”, ”Ибраһимов уҡыуҙары”, “Белем фестивале” конференцияларында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Күптән түгел тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән дә призлы урын алһа, ә ғинуар айында Өфөлә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призерҙар иҫәбенә инде һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.
Баязит уҡыуҙа ғына түгел, спортта ла һынатмай. Дзюдо һәм самбо – уның яратҡан шөғөлө. Ҡатмарлы спорт төрөндә ул беренселекте биргәне юҡ. Киләсәктә лә яҙмышын спорт менән бәйләп, ҙур уңыштарға ирешеп, яратҡан ҡалабыҙҙа төпләнеп йәшәү – уның хыялы. Атаһы Сәлим Рәшит улына, әсәһе Рәсимә Ғәли ҡыҙына, ҡустыһы Искәндәр һәм һеңлеһе Алһыуға ла ул ныҡлы таяныс.
Данлыҡлы Шәһиевтар нәҫеленең ун беренсе быуыны вәкиле булған Баязит киләсәктә лә ата-бабаларының рухына тап төшөрмәҫ, туған теленә, яратҡан ҡалаһына, ғаиләһенә, туғандарына ышаныслы терәк булырына иманым камил.
Розалиә Заһитова,
3-сө лицей уҡытыусыһы.