Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һәм уның кешеләре
11 Февраль 2020, 18:25

ЭШСЕЛӘРҘЕ НИМӘ БОРСОЙ?

«Башҡорт сода компанияһы»нда ҡала хакимиәте көнө ойошторолдо. Заводсылар ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм уның урынбаҫарҙары, төрлө бүлек етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу ойоштороп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.Иң тәүҙә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов сараның планы менән таныштырып үтте. Ҡалала алып барылған эштәр тураһында доклад менән ҡала хакими-әте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт сығыш яһаны. Юрий Волдемарович социаль-иҡтисади күрһәткестәр тураһында һөйләп, милли проекттар һәм ҡаланы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән программалар буйлап күҙәтеү яһап сыҡты. Бында «Заманса ҡала мөхитен булдырыу», «Башҡорт ихаталары», «Яҡты ҡала», подъездарҙы комплекслы ремонтлау, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекттары буйынса эшләнгән эштәр күрһәтелде. Һорауҙарға килгәндә, залда ултырыусылар йәмәғәт транспорты хәрәкәтенә, ә айырып әйткәндә, 17-се маршруттың киске ваҡытта һирәк йөрөүенә бәйле мәсьәлә күтәреп сыҡты. Юрий Волдемарович был йүнәлештә ҡала халҡына ла, пассажирҙар ташыусы компанияларға ла уңайлы итеү маҡсатында депутаттар менән берлектә һөйләшеүҙәр алып барылыуы һәм әлеге маршруттың йөрөү графигы 6.45-23:30 сәғәткә тиклем оҙайтылыуы тураһында хәбәр итте.Ҡала хакимиәте башлығы пассажирҙарҙы йөрөтөү мәсьәләһен көйләү ҡапыл ғына түгел, ә этаптар менән алып барыласағы тураһында белдерҙе.– Былтыр беҙ Санкт-Петербург ҡалаһы бел-гестәре ярҙамы менән уңайлы маршруттар булдырыу өҫтөндә эшләнек. Был эш артабан да дауам итәсәк. Республика Башлығы ярҙамында 2019 йылда «Башавтотранс»ҡа 33 яңы автобус тапшырылды, адреслы инвестицион программа буйынса троллейбус паркы 20 яңы троллейбус менән тулыланасаҡ, – тине Владимир Куликов.«Башҡорт сода компанияһы»нда эшләүселәр бассейндар, спорт майҙан-сыҡтары төҙөү, медицина белгестәренә яҙылыу, Совет урамында урынлашҡан балалар поликлиникаһы торошо һәм торлаҡ- коммуналь хужалығы буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.Бассейндар төҙөү буйынса һорау йыш яңғырап тора. Әйткәндәй, ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Радик Ғәлиев һүҙҙәренсә, бындай төҙөлөштәр Төньяҡ һәм Яр буйы биҫтәләрендә күҙалланған, әммә төҙөлөш быйыл ғына башланмаясаҡ.– Бассейндар ҡалала күберәк кәрәк, беҙ был һорауҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Һеҙҙең предприятие ярҙамында «Содовик» спорт комплексындағы бассейнда ремонт яһалды. Хәҙер унда яҡшы бассейн, ҡала халҡы унда рәхәтләнеп йөрөй, – тине Владимир Иванович был һорауға яуап биреп.Михаил Григорьев үҙ сиратында спорт майҙансыҡтары ҡалала төҙөлөп тороуы, уларҙың күбеһе мәктәптәр биләмәһендә урынлашыуы тураһында һөйләп үтте.Стәрлетамаҡта медицина өлкәһе буйынса һорауҙарға Борис Шәрипов яуап бирҙе, уның һүҙҙәренсә, медицина белгестәренә бер нисә көн алдан яҙылып ҡуйырға була, ә әгәр ҙә “ашығыс ярҙам” кәрәк булһа, ул тәүлек әйләнәһенә эшләп тора. Совет урамындағы балалар поликлиникаһына килгәндә, унда быйыл капиталь ремонт яһаласаҡ, шулай уҡ 1-се ҡала дауаханаһы поликлиникаһында ла ошондай уҡ ремонт 2020-2022-се йылдарҙа көтөлә.Торлаҡ-коммуналь хужалығына килгәндә, иң күп һорауҙар йылылыҡ өсөн түләүҙәргә ҡағыла. Һорауҙың ҡыҫҡаса эстәлеге ошондай мәғәнәғә эйә: быйыл түләү ҡағыҙындағы суммалар күпкә артып килде, ни өсөн улай?– Быйыл беҙ йылытыу булған айҙар өсөн генә түләүгә күстек, күпме йылылыҡ тотонғанбыҙ, шул хаҡты ай һайын түләп барасаҡбыҙ. Шулай уҡ өҫтәмә суммалар ҙа булды, икенсе йылға ундай түләүҙәр булмаясаҡ. Йәй айҙарында йылылыҡ өсөн түләмәйәсәкбеҙ, – тип яуапланы Андрей Ермолаев.Ҙур залда аралашыу, айырым бүлмәләргә күсеп китте, унда ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов шәхси һорау менән мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итте, шулай уҡ һорауҙарға уның урынбаҫарҙары ла яуап бирҙе.Эльдар ФӘТТӘХОВ.Автор фотоһы.

«Башҡорт сода компанияһы»нда ҡала хакимиәте көнө ойошторолдо. Заводсылар ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм уның урынбаҫарҙары, төрлө бүлек етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу ойоштороп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.
Иң тәүҙә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов сараның планы менән таныштырып үтте. Ҡалала алып барылған эштәр тураһында доклад менән ҡала хакими-әте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт сығыш яһаны. Юрий Волдемарович социаль-иҡтисади күрһәткестәр тураһында һөйләп, милли проекттар һәм ҡаланы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән программалар буйлап күҙәтеү яһап сыҡты. Бында «Заманса ҡала мөхитен булдырыу», «Башҡорт ихаталары», «Яҡты ҡала», подъездарҙы комплекслы ремонтлау, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекттары буйынса эшләнгән эштәр күрһәтелде. Һорауҙарға килгәндә, залда ултырыусылар йәмәғәт транспорты хәрәкәтенә, ә айырып әйткәндә, 17-се маршруттың киске ваҡытта һирәк йөрөүенә бәйле мәсьәлә күтәреп сыҡты. Юрий Волдемарович был йүнәлештә ҡала халҡына ла, пассажирҙар ташыусы компанияларға ла уңайлы итеү маҡсатында депутаттар менән берлектә һөйләшеүҙәр алып барылыуы һәм әлеге маршруттың йөрөү графигы 6.45-23:30 сәғәткә тиклем оҙайтылыуы тураһында хәбәр итте.
Ҡала хакимиәте башлығы пассажирҙарҙы йөрөтөү мәсьәләһен көйләү ҡапыл ғына түгел, ә этаптар менән алып барыласағы тураһында белдерҙе.
– Былтыр беҙ Санкт-Петербург ҡалаһы бел-гестәре ярҙамы менән уңайлы маршруттар булдырыу өҫтөндә эшләнек. Был эш артабан да дауам итәсәк. Республика Башлығы ярҙамында 2019 йылда «Башавтотранс»ҡа 33 яңы автобус тапшырылды, адреслы инвестицион программа буйынса троллейбус паркы 20 яңы троллейбус менән тулыланасаҡ, – тине Владимир Куликов.
«Башҡорт сода компанияһы»нда эшләүселәр бассейндар, спорт майҙан-сыҡтары төҙөү, медицина белгестәренә яҙылыу, Совет урамында урынлашҡан балалар поликлиникаһы торошо һәм торлаҡ- коммуналь хужалығы буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Бассейндар төҙөү буйынса һорау йыш яңғырап тора. Әйткәндәй, ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Радик Ғәлиев һүҙҙәренсә, бындай төҙөлөштәр Төньяҡ һәм Яр буйы биҫтәләрендә күҙалланған, әммә төҙөлөш быйыл ғына башланмаясаҡ.
– Бассейндар ҡалала күберәк кәрәк, беҙ был һорауҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Һеҙҙең предприятие ярҙамында «Содовик» спорт комплексындағы бассейнда ремонт яһалды. Хәҙер унда яҡшы бассейн, ҡала халҡы унда рәхәтләнеп йөрөй, – тине Владимир Иванович был һорауға яуап биреп.
Михаил Григорьев үҙ сиратында спорт майҙансыҡтары ҡалала төҙөлөп тороуы, уларҙың күбеһе мәктәптәр биләмәһендә урынлашыуы тураһында һөйләп үтте.
Стәрлетамаҡта медицина өлкәһе буйынса һорауҙарға Борис Шәрипов яуап бирҙе, уның һүҙҙәренсә, медицина белгестәренә бер нисә көн алдан яҙылып ҡуйырға була, ә әгәр ҙә “ашығыс ярҙам” кәрәк булһа, ул тәүлек әйләнәһенә эшләп тора. Совет урамындағы балалар поликлиникаһына килгәндә, унда быйыл капиталь ремонт яһаласаҡ, шулай уҡ 1-се ҡала дауаханаһы поликлиникаһында ла ошондай уҡ ремонт 2020-2022-се йылдарҙа көтөлә.
Торлаҡ-коммуналь хужалығына килгәндә, иң күп һорауҙар йылылыҡ өсөн түләүҙәргә ҡағыла. Һорауҙың ҡыҫҡаса эстәлеге ошондай мәғәнәғә эйә: быйыл түләү ҡағыҙындағы суммалар күпкә артып килде, ни өсөн улай?
– Быйыл беҙ йылытыу булған айҙар өсөн генә түләүгә күстек, күпме йылылыҡ тотонғанбыҙ, шул хаҡты ай һайын түләп барасаҡбыҙ. Шулай уҡ өҫтәмә суммалар ҙа булды, икенсе йылға ундай түләүҙәр булмаясаҡ. Йәй айҙарында йылылыҡ өсөн түләмәйәсәкбеҙ, – тип яуапланы Андрей Ермолаев.
Ҙур залда аралашыу, айырым бүлмәләргә күсеп китте, унда ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов шәхси һорау менән мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итте, шулай уҡ һорауҙарға уның урынбаҫарҙары ла яуап бирҙе.

Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: