“Йөрәк менән тел ҡартаймай” тигәндәре шулдыр, күрәһең. Ошо йылдар эсендә ике меңдән ашыу номерҙы донъяға сығарғанбыҙ. Кемдәр тураһында ғына яҙманыҡ та, ниндәй генә сараларҙы сағылдырманыҡ икән беҙ гәзитебеҙҙә!? Үкенескә ҡаршы, беҙ яҙған кешеләрҙең дә байтағы хәҙер арабыҙҙа юҡ инде (һиҙҙермәй генә арабыҙҙан китә бара). Ә тормош дауам итә. Беҙ, гүйә сафта торған һалдаттар кеүек, гәзиттең һәр һанын, яңынан-яңы мәҡәләләр, материалдар менән тултырып, тарих яҙыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Эйе, тап шулай. Бына ошо гәзитебеҙҙең һәр һанын версткалап донъяға сығарыуҙа төп эште башҡарыусы, гәзиттең сайтын да оператив рәүештә яңылыҡтар менән байытыусы коллегебыҙ Гөлнара Турабай ҡыҙы Зәйнетдинова хаҡында бөгөн һүҙебеҙ.
Гөлнара беҙгә 1994 йылдың мартында эшкә килде. Ул саҡта беҙ Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы менән бергә эшләй инек. Бер көндө эшкә килһәм, бер ҡыҙ машинкала мәҡәлә баҫып ултыра. Ойошма етәксеһе Вил ағай Ғүмәров: “Был ҡыҙҙың исеме - Гөлнара, хәҙер ул беҙҙә эшләйәсәк”, - тип таныштырҙы. Элекке машинистка ауырып киткән дә, ҡапыл ғына кеше кәрәк булған икән. Ә гәзит эшен бер нисек тә кисектереп булмай. Бына шулай осраҡлы ғына рәүештә тигәндәй редакцияға килеп ингән коллегабыҙ бөгөн үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай.
Кешене рентген һымаҡ үтәнән-үтә күреүсән Вил ағай тап Гөлнараны эшкә алып бик дөрөҫ эшләгән тип уйлайым хәҙер. Гәзит эше бик яуаплы эш, көнөнөкөн – көнөндә, ваҡытында тапшырып, сығарып барырға кәрәк. Ә Гөлнара Турабай ҡыҙы үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған, талапсан, грамоталы, киң эрудициялы хеҙмәткәр. Ул бер ҡасан да был – минең эшем түгел, фәлән-төгән тип, йәиһә ваҡыты менән иҫәпләшеп тормай, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Шуға ла уның менән эшләүе рәхәт. Нишләйһең инде, гәзит эше шундай – күп осраҡта үҙеңдән элек кеше күңелен күрергә тура килә шул.
Йәшләй генә гәзит донъяһына килеп ингән Гөлнараның тормош юлы ла, “Ашҡаҙар”ҙыҡы кеүек, йылдар үткән һайын байый, олпатлана бара. Тап гәзиткә эшкә килгән йылдарҙа Рәис Зәйнетдинов менән матур ғаилә ҡороп, бер ҡыҙ, бер ул үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр. Рәис шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡыҙҙары Розалина әлеге ваҡытта Ҡазан федераль университетында белем ала, улдары Рушан Жәлил Кейекбаев исемендәге башҡорт гимназияһында 8-се класта уҡый. Шөкөр, донъяһы түңәрәк уның!
Коллегабыҙға артабан да шулай халыҡҡа намыҫлы хеҙмәт итеп, хеҙмәтенең ғәҙел баһаланыуын теләйек. Хёйер, мәҡәләне яҙып ултырғанда шатлыҡлы хәбәр килеп тә етте: Гөлнара Зәйнетдинова бер урындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн һәм матур юбилейы айҡанлы “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһының Маҡтау ҡағыҙы һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде!
Коллегабыҙҙы байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ғаиләһендә уңған хужабикә, аҡыллы ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй, эшендә намыҫлы хеҙмәткәр булып, арымай-талмай эшләргә лә эшләргә, донъяға нур таратып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын!