Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ете бала әсәһе ул

Коридор буйлап ҡаршыма килеүсе ҡатынды күрҙем дә, йөҙөнөң үтә лә таныш булыуына иғтибар иттем. Баҡтиһәң, ул редакцияға үҙенең шиғырҙарын килтергән икән.

Элек ҡайҙа күргәнемде лә иҫләнем, ул троллейбуста кондуктор ине. Һәр саҡ йылмайып йөрөүсе был кондукторға бер мин генә иғтибар итмәгәнмендер ул. Сөнки троллейбусҡа инеү менән ҡояштай балҡыған был ҡатын нимәһе менәндер иртән эшкә китеп йәки кисен арып ҡайтып барыусыларға байрам кәйефе өҫтәгән һымаҡ ине.
Ут-нур бөркөп тора ине, тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Наилә Фәссах ҡыҙы Тулыбаева сығышы менән Мәсетле районынан. Тормош иптәше Мәғруф Ғәйнулла улы Тулыбаев менән Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында өй һалып донъя көтә башлағандар. Балалар үҫтереп, матур ғына йәшәп ятҡанда тормош иптәшен машина бәрҙереп китә. Наилә береһенән-береһе бәләкәй ете балаһы менән тол ҡала. Ире мулла булғас, Наилә үҙе лә, балалары ла дини тәрбиә алғандар. Ире яҡлап ике туғаны Хәләф Ишморатовҡа бик рәхмәтле ул, сөнки республикабыҙҙа билдәле булған абруйлы был шәхес ирен ерләшергә лә, күп балалы ғаилә булараҡ ер участкаһы алырға ла ярҙамлашҡан. Бер һүҙ менән әйткәндә, Наилә балаларын ел-ямғыр тигеҙмәй бер яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған, ире үлгәндә йәш ярымлыҡ ҡына булып ҡалған ҡыҙына хәҙер 17 йәш. Башыңа төшһә, ҡатын-ҡыҙ барыһын да үҙе булдыра икән ул, йортон да һала, һыйырын да һауа, фатирын да ала, машина ла йөрөтә… Наилә быларҙың барыһына ла өлгәшкән, аяғында ныҡ баҫып торған күркәм ҡатын ул. Үткән яралары уңалмаһа ла, һуңлап килгән мөхәббәтен дә тапҡан.
Тик хәҙер троллейбуста осратҡаным юҡ уны. Баҡтиһәң, ул икенсе эшкә күскән. Һәр кемдең үҙ яҙмышы. Иң һоҡландырғаны: “Һеҙҙе оҡшатмау мөмкин түгел, иғтибар итеүселәр булғандыр, ни өсөн йәшләй башҡа тормошҡа сыҡманығыҙ?” – тигән һорауыма: “Балаларымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергем килмәне, бөгөн иһә миңә балаларым рәхмәтле”, – тип яуап бирҙе.
Наилә һымаҡ йәшләй генә тол ҡалған ҡатындар арабыҙҙа етерлек. Улар ҙа өй усағын һүндермәйенсә донъя көтә, балаларына тәрбиә бирә, кеше араһында кәм-хур үҫмәһендәр өсөн бар көстәрен һала. Күбеһе уй-хистәрен, тойғоларын, кисерештәрен Наилә Тулыбаева һымаҡ аҡ ҡағыҙға теҙә. Хөкүмәтебеҙ Наиләнең күңелен Әсәлек даны миҙалы менән күтәргән. Иң мөһиме: ул миҙалды лайыҡлы йөрөтә! Сөнки был ҡатын бар булмышы, тәбиғәте, ошо тормошта биләгән урыны, яҙмыш һынауҙарына һынмауы менән генә лә бөйөк әсә!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы
Читайте нас: