Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Милләтебеҙ күрке – ҠАШҠАРОВТАР!

Дилә Фәнүр ҡыҙы һәм Илгиз Хөснулла улы ҠАШҠАРОВТАР – Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендәге 24 парлы ғаиләнең береһе. Икеһе лә Республика мәҙәниәт техникумын тамамлағас, Стәрлетамаҡта эшкә ҡала. Дилә Фәнүр ҡыҙы – Бейеү театрында, Илгиз Хөснулла улы башҡорт драма театрында эш башлай. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан “Башҡортостан”, “Бөрйән ҡыҙҙары” һәм башҡа бик күп бейеүҙәр аша тамашасыға яҡшы таныш Диләнең үҙе менән әңгәмә ҡорорға уйлағайныҡ та, шулай ҙа ижад һәм тормош юлынан бергәләп атлаған был матур ғаилә тураһында һөйләү урынлыраҡ булыр тип таптыҡ.

- 1-се курста уҡып йөрөйөм. Шунда документтар тапшырырға килгән бер ҡыҙҙы күреп ҡалдым. “Ниндәй матур ҡыҙ, уҡырға инһә, мотлаҡ үҙемә ҡаратасаҡмын!” тип уйлап ҡуйҙым һәм Алланың “Амин” тигәненә тура килде... Шулай ҙа үтә ҡырыҫ, тыйнаҡ ҡыҙҙы ҡаратыр өсөн артынан бер йыл йөрөнөм... – тип һүҙ башланы аралашыусан ғаилә башлығы Дилә менән танышыуҙары, ҡауышыуҙары хаҡында. – Ә өйләнешеүебеҙ – үҙе бер тарих. Икебеҙҙең дә эшләй башлаған ғына саҡ. Никахлашырға ваҡыт таба алмай бер булдыҡ. Әмәлгә ҡалғандай, өс көн буш ваҡыт табылды: уныһы ла – Дилә аяғын һындырғанда. Мин Сорғоттан гастролдәрҙән ҡайтып төштөм, өйгә инеп сумаҙандарҙы ғына ҡалдырҙым да “Өфө – Сибай” поезына ултырып Диләнең ауылына Инйәргә сығып киттем. Кәләшемде күтәреп кенә йөрөттөм, аяғы һынғанға...(көлә). Ә туй бер йылдан һуң ғына булды. Боронғоса өс көн барҙы: тәүҙә ҡыҙ яғында – Белоретта, унан кейәү яғында – Йылайырҙа.
Дилә иһә, киреһенсә, үтә лә аҙ һүҙле, башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас тыйнаҡлыҡ, иплелек күренеп тора был һылыуҙа. Артабан ул да һүҙгә ҡушылды:
– Бельгия, Голландияла бер ай гастролдә йөрөгәндә мине һоратып килгәндәр. Үҙем дә белмәйем, Илгиз дә белмәй – беҙҙән башҡа туй тураһында һөйләшергә килгәндәр, - тип бүлеште йәшлек хәтирәләре менән ул һәм артабан нисек Стәрлетамаҡ Бейеү театрында эшкә ҡалыуы тураһында ла әйтеп үтте. – Төркөм менән сығыш яһағанды ҡарағандан һуң, Бейеү театрының ул саҡтағы етәксеһе Риф Ғәбитов сығарылыш имтихандары ваҡытында эшкә саҡырҙы. Бына хәҙер ун биш йылға яҡын Бейеү театрында эшләйем, бейеүҙәрҙә солист ролен дә ышанып тапшыралар, рәхмәт.
Йәштәр башта ипотекаға фатир ала. Унда йәшәп тә өлгөрмәйәҙәр, һатып, шул аҡсаға ике ҡатлы өй һалып инәләр. Илгиз әйтмешләй, ирмен тигән ир ағас ултыртырға, ул үҫтерергә, өй һалып инергә тейеш. “Аллаға шөкөр, беҙҙең ул ғына түгел, ҡыҙ ҙа бар, - ти ул. - Улыбыҙ Иҙел Стәрлетамаҡтағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла 2-се класта уҡый, ҡыҙыбыҙ Алтынай ошо гимназия ҡарамағында асылған балалар баҡсаһына йөрөй.
- Иҙел улыбыҙ бейеүгә бик әүәҫ, - тип һүҙгә ҡушыла Дилә. - Әле бәләкәй генә сағында яңы атлай ғына башлағас та, бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлап, Бейеү театры репертуарын ятлап алды. Һүрәт төшөрөү, пластилиндан һындар яһау эшенә лә оҫта улыбыҙ. Ҡыҙыбыҙ Алтынайға дүрт йәш, ул шиғыр һөйләргә, йырларға ярата.
- Юлдыбай ауылы - ҡурайсылар төйәге. Бала саҡтан театр, ҡурай түңәрәктәренә йөрөнөм, тип иҫләп алды Илгиз үҙенең балалыҡ йылдарын. - Олатайым яғынан бабайҙарым Ҡашҡар ауылында йәшәй. Уларҙың барыһы ла ҡурайҙа уйнай, элек-электән беҙҙең нәҫелдә скрипкасылар, йырсылар булған, - тип һөйләй ул ғорурлыҡ менән.
Илгиз хеҙмәт юлын актер булараҡ башлаһа ла, әлеге ваҡытта художество бүлеге буйынса мөдир. Ғөмүмән, ул – тынғыһыҙ етәксе, оҫта ойоштороусы, өлгөлө ғаилә башлығы. Шуның араһында тамада, водитель, хатта Ҡыш-бабай ҙа булырға тура килә уға. Бер эштән дә ҡурҡып тормай, шәхси эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба тәүәккәл егет. Әммә сер түгел, һәр уңышлы ирҙең янында уны ҙур идеяларға әйҙәп, дәртләндереп торған ҡатыны була, тиҙәр. Илгиздең уңыштарында ла сабыр, аҡыллы, ирен ярты һүҙҙән аңлап торған Диләнең роле ҙур, әлбиттә.
Бына шундай үҙенсәлекле, күркәм донъя көтә, ижад итә Ҡашҡаровтар ғаиләһе. Уларға киләсәктә лә милләт күрке булып, тормош йәмен һәм тәмен тойоп йәшәргә лә йәшәргә яҙһын әйҙә!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: