Бөтә яңылыҡтар

Ҡояш йылыһы – ҡатын-ҡыҙҙарҙа!

Яҙ... Һалҡын ҡыштан һуң бөтә тәбиғәт уяна, ынйы төҫлө тамсылар тама, ҡояш йылы наҙлы нурҙарын һибә. Наҙлы яҙ ҡояшына үҙҙәренең мөләйемлеге, ихласлығы менән оҡшаған, тормошобоҙға йәм биреүсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө шуға ла ошо яҡты матур миҙгелдәбилдәләнә, күрәһең.

62-се балалар баҡсаһында ла Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә арналған күркәм тантана үтте. Был байрамды уртансы 4-се төркөм балалары түҙемһеҙләнеп көттө, уға бөтә көстәрен һалып әҙерләнделәр. Сөнки тантанаға гүзәлдәрҙән-гүзәл әсәйҙәр, йомшаҡ ҡуллы өлөсәйҙәр, нескә күңелле апайҙар йыйылды. Балалар бөтә күңел йылылыҡтарын биреп йырҙар башҡарҙы, матур бейеүҙәр ҙә бүләк итте, ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар. Ә зал уртаһына сығып ҡунаҡтар алдында шиғырҙар һөйләүе кескәйҙәргә еңелдән түгел ине. Шулай булһа ла, улар юғалып ҡалманы, һөйөүгә тулы ҡараштарын әсәйҙәренә төбәп, ихлас башҡарҙылар. Ә инде “Әсәй менән гөл ултырттыҡ” йыры балаларҙың күңеленә бигерәк хуш килде. Байрам аҙағында кескәйҙәребеҙ әсәйҙәренә үҙ ҡулдары менән эшләгән матур бүләктәрен дә тапшырҙы. Балаларҙың ҡаҙаныштарына һоҡланып, улар менән ғорурланып ихлас ҡул сапты ҡунаҡтарыбыҙ. Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә бағышланған иртәлек бик күркәм һәм эстәлекле үтте.
Ә.БИРҘЕҒОЛОВА, Л.МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.
Читайте нас: