Үҙ ниәтен башҡарыр өсөн етенсе класты тамамлаған Валя Долгова (ҡыҙ фамилияһы) үҙен бер йәшкә өлкәнәйтер өсөн тыуған йылын 1926-нан 1925-кә үҙгәртә. Шәфҡәт
туташы һөнәрен үҙләштерә ул, әммә телефонистарға ҡытлыҡ булғанын белеп ҡалғас, был һөнәрҙе лә өйрәнергә мәжбүр була. Был һөнәр уға мәктәп йылдарынан яҡын була, сөнки телефон бәйләнеше түңәрәгендә шөғөлләнгән булған.
Шулай борма юлдар менән 1-се Украина фронтына барып инә һәм Еңеү көнөнәсә уның
составында алыша. Ҡыуаныслы хәбәрҙе – Германияның капитуляцияһы тураһында иң тәүгеләрҙән булып ишетә. Ҡайтырға ваҡыт еткәс, бергә хеҙмәт иткән әхирәте менән
оҙаҡ ҡына ҡайта алмайҙар, сөнки поездарҙың барыһы ла төньяҡҡа табан йүнәлеш алған. Фронтҡа барып инеүҙә булған әрһеҙлек, ҡайтыуға табан юл ярыуҙа ла ярҙам
итә. Өфөгә күмер алып китеп барған состав машинисы менән уртаҡ тел таба һалып, вагонда һалам аҫтына йәшенеп ҡайтырға сығалар.
Ҡайтыр алдынан бирелгән матур, таҙа хәрби кейемдәре йәл булһа ла, башҡа сара ҡалмағас, ошондай шарттарҙа аҙнанан ашыу юлда киләләр. Сөнки... тыуған яҡтарҙа туғандар түҙемһеҙләнеп көтә! Тыныс замандар еткәс, фронтовик Михаил Михайлович Соловьев менән өйләнешеп, ғаилә ҡоралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше әлеге
ваҡытта иҫән түгел, әммә Валентина Ивановна үҙе лә, бергәләп үҫтергән ике ҡыҙҙары ла атай кешенең яҡты иҫтәлеген һаҡлай.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Тамара АНДРЕЕВА фотоһы.