Ашҡаҙар
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һәм уның кешеләре
7 Апрель 2020, 14:15

Уҡытыусы булыу – оло бәхет

Бөтәһе лә, ябай эшсенән алып президентҡа тиклем, уҡытыусы күңеле ҡылдары аша үтә. Уҡытыусы уҡыусыларға йәшәү серҙәрен өйрәтә, насар юлға баҫмаҫҡа, ата-әсәйҙеихтирам итергә, тыуған илеңде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә әйҙәй... Уҡытыусы ҡулында – кеше киләсәге, яҙмышы. Бына өс тиҫтә йылдан ашыу башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, филология фәндәре докторы, профессор Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова ла яңы быуат шәхесен булдырыуға бар тырышлығын һала. Ә ошо көндәрҙә хөрмәтле етәксе, билдәле ғалимә, абруйлы уҡытыусы күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан коллегабыҙ хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтке килә.

Зөһрә Иҙрис ҡыҙы — уҡытыусылар ғаиләһенән. XIX быуат баштарында киң билдәлелек яулаған Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙы (башҡорт халыҡ мәғарифы
институтын) тамамлап, Бөйөк Ватан һуғышын үткән атаһы Иҙрис Язар улы Аҡъюлов – яу ҡырынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, мәктәптә балаларға белем биреүгә,
уларҙы тәрбиәләүгә көс һала.
Зөһрә Сәләхова Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуып-үҫеп, Йылайыр районының Һабыр урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, уҡытыусы һөнәрен үҙләштереү маҡсаты менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға юллана. Ул филология факультетында “Рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” квалификацияһын ала. Институтта уҡыу йылдарында башҡорт теленең лексикаһы, ономастика, айырым алғанда, топонимика мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына. Артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, һаңғырау балалар мәктәп-интернатында, ҡала мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһында эшләү осоронда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 1997” төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнаша һәм Гран-при яулай. Зөһрә Иҙрис ҡыҙының дәресе фантазияға бай, ҡыҙыҡлы булыуы менән айырылып тора.
Дәресен стандарт дәрес итеп кенә үткәреү менән ҡәнәғәтләнеп ҡалмай, төрлө яңы формаларға нигеҙләнеп, яңы технологиялар ҡулланып үткәреүе, мауыҡтырғыс эш төрҙәре табыуы, уҡыусылар менән еңел аралашыуы һәм тиҙ генә уртаҡ тел табыуы дәрестә ҡатнашыусы урыҫ балаларының да, жюри ағзаларының да күңеленә хуш
килә. Бынан тыш үҙең менән таныштырыу, үҙ предметыңа маҡтау йыры йырлау, мини-класс сәғәте үткәреү, тест һорауҙарына (башҡорт теле һәм әҙәбиәте, методика,
этнопедагогика, этнопсихология, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса) яуап биреү кеүек эш төрҙәрен башҡарыуҙа ла һынатмай уҡытыусы. Башҡортостан
мәғариф министры урынбаҫары М.Б.Юлмөхәмәтов етәкселегендәге талапсан жюри ағзалары (улар иҫәбендә профессор М.В.Зәйнуллин, профессорҙар Б.Б.Ғафаров,
Д.С.тикеев һәм 12 мәктәп уҡытыусыһы) 43 конкурсант араһынан иң юғары баһаға тап Зөһрә Иҙрис ҡыҙын лайыҡлы тип таба.
Стәрлетамаҡ педагогия колледжында эшләү осоронда “Уҡыу-уҡытыу методик комплекстар” асыҡ республика смотр-конкурсында ла еңеүсе булып өлгөрә. 2006 йылдан алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында (хәҙерге башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) өлкән уҡытыусы, доцент, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары, башҡорт теле кафедраһы мөдире, башҡорт филологияһы факультеты деканы булып эшләй. Әлеге көндә уҡытыусы һөнәренең бар этаптарын да үтеп, башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.
Уҡытыусы – изге һөнәр. Ниндәй генә үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, Зөһрә Сәләхова эшенә мәңге тоғро ҡала. Ил яҙмышы, уның киләсәге үҙе тәрбиәләгән йәш быуынға тапшырылыуын яҡшы аңлай. Шуға Зөһрә Иҙрис ҡыҙы студенттар, уларҙың ата-әсәләре, коллективы менән йыш осраша, бай тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлаша. Үҙен ысын мәғәнәһендәге уҡытыусы итеп таныта. Материалды һәйбәт белеүе, үҙе белгәнде аудиторияға матур, әҙәби тел менән еткерә алыуы, үҙенә һәм студенттарға талапсанлыҡ – педагогтан ҙур оҫталыҡ талап иткән сифаттар.
З.И.Сәләхова ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙен инициативалы, ғәҙел, абруйлы хеҙмәткәр итеп таныта һәм әкренләп яңынан-яңы
үрҙәр яулай. Ғалимәне башҡорт теленең морфологияһы мәсьәләре, ҡылым йүнәлешлеге проблемалары, һәр һүҙҙең семантик үҙенсәлеге ҡыҙыҡһындыра.
Зөһрә Иҙрис ҡыҙы 2004 йылда “Хәҙерге башҡорт телендә хөрмәтләү сараларының бирелеше” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, 2013 йылда башҡорт телендә
йүнәлешлек категорияһын функциональ-семантик планда өйрәнеп, докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ошо юҫыҡта студенттарға, аспиранттарына белем
бирә, эҙләнеү эштәре алып бара. Уның етәкселегендә бер аспиранты “Башҡорт телендә ер эшкәртеү лексикаһы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, ҡалған аспиранттары ғилми эштәре өҫтөндә эшләүҙәрен дауам итәләр. З.И.Сәләхованың 5 монографияһы, уҡыу ҡулланмалары, башҡорт тел ғилеменең төрлө
өлкәләренә бағышланған өс йөҙҙән артыҡ ғилми һәм методик мәҡәләләре оло баһаға лайыҡ. Кандидатлыҡ диссертацияларына оппонент булып та сығыш яһай, рецензиялар яҙа. Заман менән бергә атлаусы, яңылыҡтарға ынтылыусы, киң эрудициялы уҡытыусы-ғалимә әле лә эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Күп йыллыҡ тырыш һәм фиҙәҡәр эшмәкәрлеге өсөн З.И.Сәләхова Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге, Стәрлетамаҡ ҡала Советы президиумы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы“ исеменә лайыҡ булды. Быйыл “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе»” конкурсында “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә»” исеменә лайыҡ булды, еңеп сыҡты. Бар энергияһын, көсөн, белемен туған тел һәм уның яҡты киләсәгенә арнаған уҡытыусыға ижади ҡомар,
уңыштар ғына юлдаш булһын! Яуаплы эшегеҙҙә сабырлыҡ, йән тыныслығы, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ, хеҙмәт баҫҡыстарынан уҡыусыларығыҙҙың, студентта-
рығыҙҙың, аспиранттарығыҙҙың еңеү-ҡаҙаныштары оҙатыуында ғына атларға яҙһын. Юбилейығыҙ менән!
Гөлнара БАСИРОВА,
Башҡорт дәүләт
университетының Стәрлетамаҡ
филиалы доценты, филология
фәндәре кандидаты.
Читайте нас