Бөтә яңылыҡтар

«Белизна»ны Рәлиф ағай уйлап тапҡан!

Коронавирус ваҡытында ниндәй генә һаҡланыу ысулын ҡулланып ҡарамайҙар. Мәҫәлән, өйҙө, офисты тәртиптә тотоу өсөн төрлө химик нигеҙле шыйыҡсалар бик популяр. Шул уҡ ваҡытта «Белизна» ла бик көслө таҙартыусы булып ҡала. Уның кейемдә “хәтер” ҡалдырыуын иҫәпкә алмағанда, вирустарҙы ла үлтерә, бысраҡты ла бөтөрә. Ә бына ошо файҙалы шыйыҡсаның башланғысы ҡайҙан һәм кемдә икәне хаҡында уйланғаны бармы икән ҡулланыусылар?

– 1958 йыл. Стәрлетамаҡта Химия заводы гөрләй. Эшләйбеҙ, яңы әйберҙәр уйлап табабыҙ, – тип һөйләп китте ғүмерен Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереүгә бәйләгән Рәлиф Рәхимов. – Бер мәл ҡарайым, эштәге ҡыҙҙарҙың халат кеҫәләре ағарып бөткән бит. Баҡтиһәң, был хлорҙың эше икән. Тоттом да, ябайлаштырып әйткәндә, натрий һелтеһен хлорлаштырҙым... Әлбиттә, был тулы ҡанлы белизна килеп сыҡты тигәнде аңлатмай, Рәлиф ағайға асышы өҫтөндә байтаҡ тир түгергә һәм ваҡыт сарыф итергә тура килә әле.
Шулай ҙа ул маҡсатына ирешә һәм бөгөнгө көндә завод көнөнә 30 мең литр шыйыҡса сығара! – «Белизна»ны эшләнем дә ул, тик нисек уны таратырға тип баш ватабыҙ, 4 тонна яһаныҡ та ҡаланың бер магазинына алып барҙыҡ. Башта тауар үтмәй, кеше ышанмай, эштән һуң тотам да магазинға йүгерәм, тотам да магазинға йүгерәм – кешегә аңлатырға кәрәк бит. Ә директор мине пыр туҙҙырып әрләй, йәнәһе, аҡсаны һауаға осорам, тик бер аҙна ла үтмәне – магазинға килгән тауарҙы халыҡ талашып тигәндәй алып бөттө, китте «Белизна»ның даны! Хатта тыуған ауылыма «Белизна»һыҙ ҡайтһам, әрләйҙәр ине, – тип хәтирәләргә бирелә химик.
Рәлиф Рәхим улы – «Белизна» ғына түгел, заводтағы байтаҡ ҙур һәм киң танылған проекттар өҫтөндә эшләүселәрҙең береһе. Хәҙер ул күптән хаҡлы ялда инде, 85 йәшкә етте ағай. Шуға ҡарамаҫтан, һаман да тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй, шиғыр-йырҙар ижад итә, мәҡәләләр яҙа, бынан тыш тыуған заводында экологик яҡтан отошло (мәҫәлән, артабан да Шәкетауҙы ҡулланып сеймал сығарыу) идеялар тәҡдим итә, тик ишетеүсе бармы икән?!
Башҡортостандың атҡаҙанған химигы, химия фәндәре кандидаты, бихисап хеҙмәт һәм асыштар авторы, ысын мәғәнәһендә ҙур хеҙмәт кешеһенә һаулыҡ һәм ижад ҡомары теләп ҡалабыҙ. Арабыҙҙа ошондай ғорурланырҙай шәхестәр барлығын йышыраҡ иҫкә төшөрһәк ине ул!
Рәмил МансУРОВ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас