Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно

ШУНДАЙ БИТ УЛ БӨРЙӘН ҠЫҘҘАРЫ!

Болонда сәскәләр төрлө-төрлө булған кеүек, кешеләр ҙә төрлө-төрлө була. Һәр хәлдә бер кем дә икенсе берәүҙе ҡабатламай. Әммә кешеләрҙең дә әллә ни айырылып тормаған төҫһөҙҙәре йәки, киреһенсә, әллә ҡайҙан балҡып торған сағыуҙары була. Беҙ йәшәгән ҡаланың да тап ана шул үҙ йөҙөн, үҙ төҫөн, үҙ йәшәйешен булдырырҙай, уны биҙәрҙәй үҙенсәлекле кешеләре бар.

Үкенескә ҡаршы, йыш ҡына беҙ бер үк кешенең хеҙмәтен күрергә, бер үк кешене маҡтарға, унан “герой” яһарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә бит, ныҡлап ҡына иғтибар менән ҡарай китһәң, яныбыҙҙа ғына күпме һоҡланғыс заттар йөрөй! Бөгөнгө гәзитебеҙҙең геройы – башҡаларҙан бер ҙә айырылмаған ябай хеҙмәт кешеһе Таңһылыу Ғәбделхәй ҡыҙы ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
- Таңһылыу, һин шул тиклем талантлыһың, белмәгән эшең юҡ, әйҙә һинең турала берәй һүрәтләмә яҙайыҡ әле, - тигәс: “Ҡуйсы әле, маҡтана тип әйтерҙәр, оялам”, - тип әйтеп ҡуйҙы. - Ошо ҡалаға йәшләй генә килеп, ерегеп киткәнһең, башыңды баҫып эшләгәнһең дә йөрөгәнһең. Артыңа әйләнеп ҡараһаң, ҡырҡ биш йылдан ашыу ваҡыт бер тынала үткән дә киткән... - тигәс кенә саҡ күнде.
Таңһылыуҙы мин өс тиҫтәнән ашыу йылдар беләм. Йәшәгән йорттарыбыҙ йәнәшә булғас, йыш күрешеп йөрөйбөҙ. Осраған һайын ниндәйҙер эш буйынса ҡайҙалыр ашығып китеп барған була. Белеүемсә, ул байтаҡ йылдар төҙөлөштә эшләп фатир алды, унан күп йылдар торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенең йылытыу системаһында эшләне. Әле лә, хаҡлы ялдамын тип тормай, һис тә ҡул ҡаушырып ултырмай, ең һыҙғанып эшләүен дауам итә. Ә бит оператор – ул ирҙәр генә башҡарырҙай, үтә лә яуаплы эш, унда “ҡуян йөрәкле”ләр эшләй алмай!
Ә бына Таңһылыуҙың күңел донъяһына күҙ һалһаң – үҙе бер ғәжәп донъя. Күңел даръяһы болоҡһоп киткәндә бәйләм бәйләү, сигеү эштәренә тотона ул. Сигеү теле аша, үҙенә генә хас рәссамлыҡ һәләте менән, ғәжәп картиналар ижад итһенме, төрлө сепрәк-сапраҡ киҫәктәренән дә иҫ киткес зауыҡлы сәскәләр гөлләмәһе эшләп ҡуйһынмы, һис булмаһа, моңло итеп ҡысҡырып бер йырлап ебәрһенме... “Бәйләнештә” селтәренә инеп ҡараһаң, унда Таңһылыу Ғиззәтуллинаның береһенән-береһе һоҡланғыс ҡул эштәрен күреп, уның рухи байлығы менән яҡынданыраҡ танышырға була.
Бер ҡасан да тормошона зарланып, үҙен йәлләтеп ултырмаҫ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ көслө рухлы кеше ул минең күршем! Киреһенсә, ҡыйын саҡта дәртләндереп, ярҙам итергә әҙер тора ул. “Хәҙер бит рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырға ла кеше табыуы ҡыйын, әйҙә әле миңә һуғылып сыҡ, сәй эсеп алайыҡ”, - тип саҡырып та ала. Өҫтәлендә һәр саҡ Бөрйән балы, үҙе яһаған шифалы үлән сәйҙәре, телеңде йоторлоҡ милли ризыҡтар янына тәмле-тәмле салаттар ҡуйып, хәл-әхүәлдәрҙе белешеп, сөкөрләшә-сөкөрләшә сәй эсеп ултырыуы – үҙе бер ғүмер шул!
Бына шундай бай рухлы, бер үк ваҡытта Бөрйән ҡыҙҙарына ғына хас тәүәккәллеге, йөрәгендә эйәрле ат йөрөтөр саялығы менән һоҡландыра, күптәр ауыҙ асып һүҙ әйтергә ҡыймаған ваҡытта, ғәм халыҡ алдында ҡурҡып тормай, уйлағанын ярып әйтер холоҡ-фиғеле менән дә ғәжәп итә Бөрйән һылыуы. Әйтмәле лә ҡайтмалы, тиҙәрме әле ундайҙар тураһында. Уның ошо сифаттарын күреп: “Бына ниндәй булырға тейеш ул башҡорт ҡатыны!” - тип уйлап ҡуяһың. Бына шундай бит ул Бөрйән ҡыҙҙары!
Күршемдең киләсәктә лә шулай алсаҡ күңелле, оптимистик рухлы булып ҡалыуын теләйем! Ҡалабыҙҙың, милләтебеҙҙең бер биҙәге булып, иҫәнлектә-һаулыҡта, таҙалыҡта-байлыҡта тағы ла оҙаҡ йылдар осрашып торорға яҙһын, ҡорҙаш!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас