Бөтә яңылыҡтар

Үҙегеҙ тәрбиәләгән балаларҙың ихтирамын тойоп йәшәргә яҙһын!

Йыл һайын ҡалала 5-се балалар баҡсаһының сығарылыш төркөмдәрендә шөғөлләнеүсе балалар, мәктәпкәсә белем биреү программаһын үҙләштереп, яңы үрҙәргә ынтылып, тәүге тапҡыр мәктәп партаһы артына ултыра.

Быйыл да 9-сы төркөм тәрбиәселәре кескәйҙәрҙе яңы тормош юлына – мәктәпкә оҙатты. Хөрмәтле тәрбиәселәребеҙ Шәрипова Гүзәл Ришат ҡыҙын, Мәхмүтова Әлфирә Әҙел ҡыҙын, Федорова Земфира Фәхретдин ҡыҙын һәм Рәхмәтуллина Диләрә Мөхтәр ҡыҙын (һүрәттә) балаларыбыҙға матур тәрбиә биреп, белем донъяһына лайыҡлы оҙатҡандары өсөн ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Тәрбиәсе эше ҙур яуаплылыҡ, ижади эҙләнеүҙәр талап итә. Белем киңлегендә юғалып ҡалмаһындар өсөн кескәй генә йөрәктәрҙә ышаныс уятаһығыҙ. Шуға ла һеҙ оло ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡһығыҙ. Тынғыһыҙ һәм яуаплы хеҙмәтегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Үҙегеҙ тәрбиәләгән балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең оло хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәргә, эшләргә насип булһын!
5-се балалар баҡсаһының 9-сы төркөм ата-әсәләре.
Читайте нас