- Риф Абдуллович, белеүемсә, һеҙ – сығышығыҙ менән Хәйбулла районынан, Һаҡмар егете. Ә бына Стәрлетамаҡҡа нисек килеп төпләндегеҙ, йәшлек йылдарығыҙға ҡайтып урайыҡ әле.
- Өфө дәүләт авиация институтын бөткәс, 1967 йылдың ғинуарында йүнәлтмә менән Стәрлетамаҡҡа “Красный пролетарий” заводына эшкә ебәрҙеләр. Йыл ярым ваҡыт эшләгәндән һуң армияға алдылар. Унда летчиктарҙы осошҡа әҙерләү буйынса хәрби хеҙмәттә булдым. Краснодар крайының Ейск ҡалаһында В.Комаров исемендәге инженер-летчиктар әҙерләүсе юғары хәрби училищела шөғөлләндем.
Ике йыл да ике ай ил алдындағы бурысымды үтәгәндән һуң йәнә Стәрлетамаҡҡа ҡайттым. “Красный пролетарий” заводында инженер-конструктор булып бер йыл эшләгәс, 1971-се йылда Стәрлетамаҡ химия-технология техникумының киске бүлегенә мөдир итеп ҡуйҙылар. “Красный пролетарий”ҙа эшләгән саҡта уҡ техникумда металл киҫеү, эшкәртеү буйынса сәғәттәр алып бара инем инде. Техникумда дүрт йыл эшләгәндән һуң директор урынбаҫары итеп ҡуйҙылар.
Ошо йылдарҙа Римма исемле ҡыҙ менән танышып, бер-беребеҙҙе тәү күреүҙән үк оҡшатып, өйләнештек. Ул саҡта Римма Стәрлебаш районында ВЛКСМ-дың 2-се секретаре булып эшләй ине. Ул үҙе – Стәрлетамаҡ ҡыҙы, өйләнешкәс, киренән ҡалаға ҡайтты.
- Һеҙ оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ химия-технология техникумының алыштырғыһыҙ етәксеһе булдығыҙ. Шуның менән бергә Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайында ла. Ул йылдарҙа гөрләтеп эшләгәнегеҙҙе халыҡ әле лә һағынып һөйләй.
- 13 йыл директор урынбаҫары булып эшләгәндән һуң 88-се йылда техникумға директор итеп тәғәйенләнеләр. Ошо вазифала 24 йыл эшләргә насип булды, пенсияға сыҡҡандан һуң 12 йыл, ғөмүмән, 72 йәшкә тиклем эшләнем.
60 йәшемдә Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп һайланылар һәм ун йыл ошо ойошманы етәкләнем. Урынбаҫарым Таһир Искәндәров менән Ҡоролтай эше буйынса бик ҙур эштәр башҡарҙыҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарына беҙ бик әүҙем ҡушылып киттек. Магнитогорск, Сорғот, Санкт-Петербург ҡалалары, Краснодар крайы, Ырымбур, Силәбе һәм башҡа күп өлкәләр менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек иттек. Мин саҡырылған ҡунаҡтарҙы ҡунаҡханаларға урынлаштырыу кеүек эштәр менән булһам, Таһир Тимерхан улы ҡунаҡ итеү мәсьәләһен хәл итте. Завод директорҙары менән һөйләшеп бағыусыларҙы үҙебеҙ таптыҡ, ваҡ предприятиелар ҙа ярҙам итте. Ул саҡтағы ҡала хакимиәте башлығы Спартак Ғәли улы Әхмәтов фатихаһын биреп торғас, бына шулай дәртләнеп, гөрләтеп эшләнек. Ҡоролтайҙы етәкләгәндә фатир юллап килһендәрме, әбейҙәр картуф алып килеү өсөн машина һораһынмы һәм башҡа бик күп мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итәләр ине. Кеше күҙ төбәп өмөтләнеп һиңә килгән икән, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышаһың.
- Һеҙҙе халыҡ аҡыллы етәксе итеп кенә түгел, матур-матур көйҙәр ижад итеүсе композитор, һын ҡатырғыс юмористик-сатирик шиғырҙар авторы, һәләтле прозаик булараҡ та яҡшы белә. Ижад юлығыҙҙың шишмә башы ҡайҙан килә?
- Техник вуз бөтһәм дә ижадты һәр ваҡыт яҡыныраҡ күрҙем. Ижади тормошома килгәндә, мин эшләгән техникум радиотапшырыуҙар йорто менән йәнәш булыуы ижадыма этәргес көс биргәндер, тип уйлайым. Ижад тигәндән, бер ҡыҙыҡ ҡына хәл иҫкә төштө. 79-сы йылдың октябре ине. Мостай Кәримдең 60 йәше тулыу уңайынан, тоттом да уға бағышлап шиғыр, хикәйә яҙып, уның адресына хат ебәрҙем. Тәүәккәл дә булғанмын икән тип уйлап ҡуям хәҙер. 20 көндән яуап килде: “Ҡустым, ҡотлауың өсөн рәхмәт. Шиғырҙарың һәүәҫкәр генә булышыу, ә бына хикәйәләреңдә өмөт бар” тип яҙып ебәргәйне Мостай ағай. Ижадымды артабан үҫтереү өсөн Кәбир Аҡбашев менән хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим иткәйне. Кәбирҙең радиовещаниеһында бер рояль ултыра ине, мин киләм дә уйнай белмәһәм дә “тыз-быз” килтереп маташам. Кәбир әйтә: “Әллә һин роялдә уйнай беләһеңме?”- ти. – Әйҙә минең “Көмөш туйҙар” тигән шиғырға көй яҙ әле”. Мин инде баян тысҡылдатыуҙан башҡа бер музыка ҡоралында ла уйнай белмәгән кеше, көй яҙыу тураһында уйлап та ҡараған юҡ. Шунан был мине Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһы директоры Йәүҙәт Төхвәтуллинға ебәрҙе. Шулай маташтыра торғас, бер көй килеп сыҡты – ул 84-се йылдарҙа тыуҙы. Тик тотоп ҡына йырлаусы булманы. Бер-нисә йылдан һуң, ҡалала филармония асылғас, Ильяс Йосопов менән Венер Абдуллин донъяға сығарҙы. Халыҡ бик яратып ҡабул итте. Дәртләнеп китеп тағы йырҙар яҙҙым. Үҙем яйлап ҡына нота өйрәндем. Артабан мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы Флүрә Уразаева дүрт йырымды йырланы. Зилә Ғәлләмова ике йырымды йырлап йөрөнө. Филармония йырсыһы Фирзинә Абдуллина “Һин тыуған көн”дө Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанда йырланы.
Иң популяр йырҙарымдан: “Көмөш туйҙар”, “Нисә йылдар көтәм бит инде”, һүҙҙәрен дә, көйҙәрен дә үҙем яҙған “Ҡайтсы, балам!” тигән йырым Мәҙәниә Аҡсурина башҡарыуында халыҡ күңелен яулап алды. “Ҡайтсы, балам!” 95-се йылда Чечняла, Афған һуғышында һәләк булған, ҡайтмай ҡалған һалдаттарға бағышлана.
Әҙәби әҫәрҙәремә килгәндә, күп кенә хикәйәләрем бар. “Хөмәйрә инәй мажаралары” исемле хикәйәләр йыйынтығым донъя күрҙе, “Йән һәм йыһан” исемле күләмле романым китап булып баҫылып сыҡты. Әле лә илһам килгәндә яҙышып алам, яҙған мәҡәләләрем, шиғырҙарым, хикәйәләрем гәзит-журналдарҙа баҫылып тора. “Һәнәк” журналында баҫылып сыҡҡан юмористик-сатирик шиғырҙарым өсөн 2018 йыл лауреаты булдым.
- Йәнә лә ғаилә тормошоғоҙ менән ҡыҫҡаса булһа ла таныштырып үтегеҙ әле.
- Ҡатыным Римма Сафа ҡыҙы менән бер бөртөк кенә ул үҫтерҙек. Рөстәм улыбыҙ – ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры, техник фәндәр докторы, профессор, ҡала советы депутаты, БР Фәндәр академияһы профессоры. Ейәнебеҙ Риф нефть университенда уҡып йөрөй, каратэ буйынса Башҡортостан чемпионы. Ейәнсәребеҙ Эльза 11-се класҡа бара, ул да спорт бейеүҙәре буйынса Башҡортостан чемпионы.
...Булдыҡлы етәксе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, сағыу талант эйәһе – ошо сифаттар бөтәһе бер бөтөн булып, уның шәхесен тағы ла нығыраҡ камиллаштырған. Ә иң шатлыҡлыһы: үҙенең балаларына, балаларының балаларына өлгө булған бынамын тигән атай, олатай – ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин дә түгел.
Ә инде уның исеме «Башҡортостандың билдәле кешеләре» китабына индерелеүе, уға бирелгән маҡтаулы исемдәр, регалиялар уның башҡарған эштәре тураһында үҙҙәре һөйләй: СССР-ҙың маҡтаулы химигы, Рәсәй Федерацияһының урта һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре исемдәре, «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн», «Чернобыль атом электр станцияһы һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөү тураһында иҫтәлеккә» миҙалдары, «СССР-ҙың химия сәнәғәте отличнигы» билдәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» иң юғары наградаһына лайыҡ булған ысын-ысынында Ил ағаһы тип әйтерлек кешелекле, кеселекле шәхес ул Риф Абдулла улы. Киләсәктә уға һәм уның ғаиләһенә, ҡалабыҙҙың бер биҙәге булып, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын! Милләтебеҙ күрке булған ошо матур ғаиләнең уңыштары дауамлы булһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.