Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно

ХАЛҠЫМ, ҠАЛАМ, ТИП ЙӘШӘЙ

Лилиә Муллабай ҡыҙы ВӘЛИЕВА Стәрлетамаҡтың рухи-мәҙәни донъяһында ҡайнап, ҡалабыҙ тормошонда матур эҙ ҡалдырған шәхес. Хәйер, ниңә “ҡалдырған” – ул әле лә халҡым, ҡалам, тип янып йәшәй!

Уның менән беҙ студент саҡтан уҡ яҡындан таныш булдыҡ. Стәрлетамаҡ педагогия институтының 3-сө ятағында төрлө райондарҙан килгән йәштәр гөрләтеп йәшәй ине. Аҙна һайын ятаҡтың һәр ҡатындағы фойела таң атҡансы гармун моңдарына бейеүҙәр ойоштороп, күңелле ял итә ине ул заман студенттары.
Лилиә, институтты уҡып бөткәс, Стәрлетамаҡ егете – Ринатҡа кейәүгә сығып, Себер тарафтарына сығып киттеләр. Унда Түбәнге Варта ҡалаһында байтаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләп, тәжрибә туплап, яңынан Стәрлетамаҡҡа ҡайтып төпләнделәр.
Баҫҡан ерендә ут сығарып торған сая ҡатын Себерҙә лә юғалып ҡалмай, унда төрлө тарафтарҙан йыйылған милләттәштәребеҙҙе ойоштороп, телебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе тергеҙеүҙә бик күп эштәр башҡара. Стәрлетамаҡта ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторола ғына башлаған ваҡытта, Лилиә беҙҙең ҡалаға йәнә әйләнеп ҡайтты. I Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайына әҙерлек барған мәл ине. Шул йылдарҙа яңы ғына асылған башҡорт драма театрында, унан һуң ҡала тевидениеһында эшләп бер аҙ тәжрибә туплағас, тиҫтәнән ашыу йылдар ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә баш белгес булды. Артабанғы йылдарҙа ҡалабыҙҙың 19-сы мәктәбендә, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла директор, ҡаланың халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә белгес-эксперт булып хеҙмәт итте.
Шуны әйтергә теләйем, Лилиә Муллабай ҡыҙы ҡайҙа ғына эшләһә лә, мөләйемлеге, кешеләр менән мөғәмәлә итә белеүе, юғары мәҙәниәтлелеге, рухлылығы менән айырылып торҙо. Ошо урында миҫал итеп бәләкәй генә, әммә бер мөһим нәмәне иҫкә төшөрөп үтергә теләйем: Лилиә Муллабай ҡыҙы “Ашҡаҙар” гәзитен бер генә тапҡыр ҙа алдырмай ҡалғаны юҡ. Бына ҡайҙа ул рух көсө!
Кемдәрҙер берәй вазифаға килеп ултырһа, иң беренсе үҙенә маҡтаулы исемдәр юллай башлай. Ә Лилиә Муллабай ҡыҙы, киреһенсә, башҡаларға ярҙам итеүҙе беренсе урынға ҡуйҙы. Мәҙәниәт бүлегендә эшләгән сағында театр, филармония артистарына һәм башҡа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә фатир юллау мәсьәләләре булһынмы, маҡтаулы исемдәр юллаумы – ул һәр кемгә ихлас ярҙам итергә тырышты. Ә бына үҙенә регалиялар йыйырға ашыҡманы. Хәйер, халыҡ йөрәгендә һәр кем маҡтаулы исемдәре, орден-миҙалдары менән түгел, ә иһә ҡылған изге ғәмәлдәре менән ҡала. Һәм уны бер кем дә халыҡ йөрәгенән тартып алып ташлай алмай. Быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Бына шундай үҙ-үҙенә ышанған һәм көслө рухлы, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булырҙай шәхестәребеҙ күберәк булһын ине!
Ошо көндәрҙә Лилиә Мулабай ҡыҙы үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләй. Алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, тормош юлдашы Ринат менән тигеҙ ғүмер итеп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең солғанышында бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләп ҡалабыҙ!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас