Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло

Араларҙы кем яҡынайта?..

Мәғлүмәт технологиялары үҫешә тип һөйләйбеҙ. Әммә йәмғиәт, бәхеткә күрә, һаман да традицион аралашыу, алыш-бирештән баш тартмай әле. Хат яҙабыҙ, гәзит уҡыйбыҙ, ҡағыҙ квитанция ярҙамында түләйбеҙ...

Был тәңгәлдән Рәсәй почтаһының роле тормошобоҙҙа баһалап бөткөһөҙ. Әммә әлеге хеҙмәт уңайлылығы менән генә түгел, уңайлы хаҡтары менән дә алдыра. Юҡһа илдең бер осонан икенсе осона тиклем
хат, матбуғатты бер нисә һумға ғына ебәрә алыр инеме кешеләр?! Ғөмүмән, ниндәй генә һынау килмәһен, ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, Рәсәй почтаһы рәсәйлеләр менән ҡала. Ә әлегә һүҙ редакция менән гәзит уҡыусы араһын бәйләп торған белгестәр тураһында. Гәзитте почтальондар алып килә, гәзиткә яҙылыу тураһында квитанцияны ла улар тултыра, әммә адрестарҙы теркәү, гәзитте тейешле адресҡа
оҙатыу һымаҡ эштәр ҙә бар бит әле.
һеҙ һүрәттә күргән ҡыҙҙар (Стәрлетамаҡ почтамтының матбуғатҡа хеҙмәткәрҙәре (һулдан уңға) Ольга Приймак, Лилиә Горюшина,Алина Яппарова, Эльвира Бүләкҡолова.) – Стәрлетамаҡ почтамтының матбуғатҡа яҙылыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре нәҡ ошо күҙгә күренмәҫ мәшәҡәттәрҙе атҡара ла инде. Матбуғатҡа яҙылыу буйынса предприятиелар менән һөйләшеү алып барырға, адрестарҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә, гәзит хужаһына барып етеүен, хаҡтарҙы контролдә тоторға...
Был – белгестәрҙең көндәлек бурысының бер өлөшө генә әле. – Гәзит уҡыусыһына барып етһен өсөн тырышабыҙ, бүлектә тиҫтә йылға яҡын тәжрибә туплаған ҡыҙҙар эшләй, – ти коллективы хаҡында
бүлек етәксеһе Алина Яппарова. Үҙҙәре сағыу, үҙҙәре оҫта һәм тырыш был ҡыҙҙарға халыҡҡа кәрәклеген тойоп эшләргә лә эшләргә яҙһын!
Р. ӘРМЕТОВ.

Читайте нас