Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно

“ТРОЛЛЕЙБУСТА БАРҘЫҠ ТА ЯҘЫЛЫШТЫҠ”

Мөхәббәт ул – шау-шыулы туй һәм ҡосаҡлашып ултырыу ғына түгел.Ошондай ғаилә серҙәре менән бүлеште Тәлғәт Абдулғәни улы һәм Гөлнур Ғәфур ҡыҙы Ғәбитовтар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тәбрикләү тантанаһында. Абруйлы парҙың мөхәббәте Стәрлетамаҡта яралып, хәҙер инде ярты быуаттан ашыу ваҡытты үҙенә һыйҙырған. Һоҡландырғыс ғаиләне ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм уның урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов бүләкләне.

Тәлғәт Абдулғәни улы күптәргә та-ныш, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә әүҙем, әлеге мәлдә ул ҡаланың Ветерандар советын етәкләй. Тотош ғүмерен ул милицияла (полицияла) хеҙмәт итеүгә бағышлай һәм был йылдар эсендә ҡыйыу һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн миҙал менән бүләкләнә, БАССР Эске эштәр министрлығының маҡтаулы хеҙмәткәре һәм хеҙмәт ветераны исемен йөрөтә. Гөлнур Ғәфүр ҡыҙы ла тормош иптәше кеүек үк бер һөнәргә тоғро ҡала һәм сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итә. Күп тапҡыр республика Сауҙа министрлығы тарафынан рәхмәттәр ала һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Хеҙмәт уңыштары менән яңғырап торған парҙың ғаилә емештәре лә шәп – өс бала, ике ул һәм ҡыҙ үҫтерә улар.
– Балаларыбыҙ үҫеп, бөтәһе лә юға-ры белем алып, хәҙер үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Хәҙер икенсе шатлыҡ: ейәндәребеҙҙең үҫеп килеүҙәренә һоҡланып туя алмайбыҙ. Улар ҙа ата-әсә-ләре юлын дауам итеп, йәмғиәттә үҙ урынын табып йәшәргә тырыша, – тип һөйләй өләсәй бәхетен татыусы Гөлнур Ғәбитова.

Ғаиләнең ныҡлығы һәм йәшәү серҙәре менән Тәлғәт ағай ҙа бүлеште. Ул үҙ заманындағы ҡиммәттәр менән әлеге мул тормоштағы күренештәргә иғтибар итергә кәңәш бирҙе:
– Хәҙерге йәштәргә ҡарайым да, беҙ бөтөнләй икенсе булғанбыҙ тигән һығымта яһайым. Илле ике йыл элек ҙур туй тантаналары тураһында уйлау ҙа юҡ, ул ваҡытта никах теркәү йорто Сода биҫтәһендә ине. Унда троллейбус менән барҙыҡ та, яҙылышыу тураһында хәбәр иттек. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре 15 көндән һуң килергә тине, әммә миңә командировкаға барырға кәрәк тип, аңлатып ныҡыштым. Шаһиттар кәрәк, тинеләр, совет кешеһе булғас, аптырап торманым, шаһитты урамдан табып индерҙем. Шулай ғаилә булып киттек, гөрләтеп йәшәнек. Йәштәргә сабыр булыуҙарын теләр инем. Сөнки ғаиләлә төрлө саҡтар була, ҡосаҡлашып ултырыу ғына түгел ул, балалар үҫтерергә, тәрбиәләргә кәрәк, бының өсөн тырышып эшләргә. Үҙем милицияла хеҙмәт иткәс, коллегаларым белә, тәүлектәр буйы өйгә ҡайтмай эшләйһең. Иртән ҡайтып, уҡырға барырға әҙерләнгән балалар, эшкә йыйынған ҡатын менән саҡ күрешеп өлгөрөп ҡалған саҡтар ҙа булғыланы. Ҡатының сабыр, түҙемле булмаһа, ғаиләне күҙ алдына ла килтереп булмай, – тине үҙ фекерҙәре менән бүлешеп Тәлғәт Абдулғәни улы.

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов бәхетле парҙы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы менән бүләкләп, уларға һаулыҡ, рух ныҡлығы һәм артабан да оҙаҡ йылдар бергә-бергә матур итеп йәшәүҙәрен теләне.
– Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләребеҙ ҡалала күп һәм беҙ йыл һайын ошо байрам ваҡытында ҡалала үҙ хеҙмәте менән билдәлелек алған, өлгө булып ҡуйырҙай ғаиләләрҙе тәбрикләйбеҙ. Байрам аша йәштәр өлкән быуындың ғаилә тарихын күреп, өлгө алһындар, ысын мөхәббәт һәм тоғролоҡ тураһында белһендәр. Бар халыҡ алдында күпертеп туй яһауҙар бер ни ҙә түгел, бер-береңде ихтирам итеп йәшәргә кәрәк, быны илле йылдан ашыу бергә йәшәгән бөгөнгө ғаиләбеҙ ҙә күрһәтеп тора, – тине Владимир Куликов миҙал тапшырғандан һуң.

Тәлғәт Абдулғәни улы һәм Гөлнур Ғәфүр ҡыҙы Ғәбитовтар артабан да был донъяларҙа шатланып йәшәһен, уларға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.


Читайте нас