Һәр кемдең иртә менән эшкә барғанда урам һепереүсегә тап булғаны бар. Йөҙөнән танып, белеп торһаҡ та, таныш түгелбеҙ улар менән. Әлбиттә, эш һөҙөмтәһен күрәбеҙ, әммә ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, уның эшенең асылына тиклем төшөнөп еткән юҡ. Ә бит ҡыш булһа, ҡар көрәргә, ҡом һибергә һәм башҡа эштәр эшләргә кәрәк, ә йәй инде үҙенең мәшәҡәтен алып килә. Һөнәрҙең асылына төшөнөр өсөн Ленин биҫтәһендәге ихаталарҙың береһендә тәртип ойоштороп йөрөүсе урам һепереүсеһе менән таныштыҡ. Ләйсән Мәүлитова Стәрлетамаҡҡа Ғафури районынан килгән һәм өсөнсө йыл инде ошо һөнәр буйынса эшләп йөрөй.
– Беҙҙең эш иртә менән башлана, иң тәүҙә төн эсендә йыйылған эре сүп-сарҙарҙы йыйып алабыҙ, һепереп сығабыҙ. Күпләп кеше йөрөгән урындар, спорт һәм балалар майҙансыҡтары таҙа булырға тейеш. Үләндәрҙе сабыу ҙа ҙур эш булып тора. Таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу өсөн коллегаларым менән тырышып эшләйбеҙ, – ти Ләйсән ханым.
Ошондай ябай эштәр башҡа-рылмаһа, беҙ күптән ҡый өйөмдәре араһында ҡалған булыр инек. Шул саҡ күҙгә күренмәгән һөнәр кешеһе иң кәрәклеһе булып тойолор ине бәлки, килешәһегеҙме?!.