Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ҡала һәм уның кешеләре
11 Декабрь 2020, 12:30

Йөрәктән сыҡҡан ижад

«Ҡара һауытынан сыҡҡан шедеврҙар» әҙәби-нәфис ижад Бөтә Рәсәй конкурсында Стәрлетамаҡтан 22 уҡыусы ҡатнашҡан. Шуларҙың барыһы ла «Проза», «Шиғгриәт», «Әҙәбиәт ғилеме», «Нәфис һүҙ», «Яратҡан әҫәрҙәргә иллюстрациялар» номинацияларында I, II, III дәрәжә лауреаттары булыуға ирешкәндәр.

Ростислав Савельев, Елена Жинжина (Пионерҙар һарайы), Илья Махов (5-се мәктәп), Рауил Хисамиев (1-се гимназия), Розалина Мусина, Тимур Абдуллин (2-се гимназия), Тамара Широкова (32-се мәктәп), Виолетта Абрамова (29-сы мәктәпте тамамлаған, әлеге ваҡытта Рәсәй дәүләт хоҡуҡ университеты студенты) - беренсе дәрәжә лауреаттары.
Ә Варвара Крайнева (11-се мәктәп), Виктория Трофимова (Пионерҙар һарайы), Александр Абрамов (29-сы мәктәп), Аделина Сәлихова (1-се гимназия), Никита Смирнов (7-се мәктәп), Милана Моратова (10-сы мәктәп), Анастасия Пирковская (12-се лицей) – икенсе дәрәжә лауреаттары.
Валерия Слегина (1-се гимназия), Алиса Мөхәмәтханова (1-се мәктәп-интернат), Полина Шәрәфетдинова (2-се гимназия), Азиза Ғәлиева (12-се лицей), Даяна Һырғабаева (5-се мәктәп), София Романченко 11-се мәктәп) һәм Влада Роганова (29-сы мәктәп) – өсөнсө дәрәжә лауреаттары. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Читайте нас