Конкурста ҡатнашыу өсөн йәш сикләүе юҡ, шәхсән һәм шулай уҡ коллектив менән ҡатнашырға мөмкин.
Конкурста түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:
«Стәрлетамаҡҡа 255!»тең бығаса файҙаланылмаған һәм баҫылып сыҡмаған оригиналь логотибы (эмблемаһы); Уны артабан төрлө материалдарҙа һәм техникала кәүҙләндереү мөмкинлеген иҫәпкә алып (йәғни тәүге булғанын һаҡлап) логотиптың (эмблеманың) эскизын әҙерләргә; Ижади эште «Эмблема» билдәһе менән (*jpg, *pdf, *png форматында, 1280x960-тан кәм булмаған үлсәмдә) odm-str106@mail.ru почтаһына ебәрергә. Эштәр 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә.