Ашҡаҙар
+20 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

АТАЙ ҺҮҘЕН ЙЫҠМАЙЫМ ТИП…

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған ҡыҙҙарҙы осратһам, уларға һүҙ ҡушмай булдыра алмайым. Гөлнара Батталова менән дә осраҡлы ғына ҡала сараларының береһендә таныштыҡ. Ул беҙҙән һуңыраҡ уҡыған быуын, шулай ҙа беҙҙе уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙ уртаҡ, ул мәрхүм профессор Данис Солтан улы Тикеевтың һуңғы аспиранты булған. “Хәҙерге башҡорт телендә тойғо һөйләмдәр” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған.

“Докторлыҡ яҡларға уйламайһығыҙмы?” – тигәс, ул тормошонан ҡыҙыҡ ҡына бер ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө: “Мин кандидатлыҡты декрет ялы ваҡытында яҡланым, шул саҡта үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем башҡа бындай эшкә бер ваҡытта ла тотонмаҫҡа тип. Беҙ диссертация яҡлар алдынан төркөмдән өс ҡыҙ Мәскәүгә барып, китапханаларҙа тейешле мәғлүмәттәр туплап, баш ҡала менән танышып ҡайттыҡ. Ә бер аҙнанан балам тыуҙы…” Тимәк, Гөлнара Нурғәли ҡыҙы эшен дә алып барған, донъяһын да көткән, етмәһә, аспирантурала ла уҡып йөрөгән.
Ә бит был ситтән ҡарағанда ғына шулай күренә. Ә уның көндәлек мәшәҡәттәрен, йоҡоһоҙ төндәрен кем иҫәпләгән!? Егәрлегенә, түҙемлегенә һоҡланырға ғына ҡала Гөлнаралай күркәм ҡатындарға.
Уның уҡытыусы һөнәрен һайлауға килгәндә, ғаиләләрендә улар өс ҡыҙ үҫә. Йәш айырмалыҡтары ла өсәр йәш була. Уҡырға төшкәндә Гөлнара хәрефтәрҙе генә түгел, немец телен дә үҙләштереп өлгөргән хатта. Шулай үҙенең тәүге “уҡытыусы”һы булған апаһының дәрестәренә ғашиҡ булып үҫкән ҡыҙ урта мәктәпте тамамлағас, документтарын институттың башҡорт-төрөк бүлегенә һәм Башҡорт мәҙәниәт техникумының театр бүлегенә тапшыра. Икеһенә лә үтһә лә, атаһының һүҙен йыҡмайынса, филология факультетын һайлай.
Юғары белем алғандан һуң Стәрлебаш районы Ямғырсы ауылында хеҙмәт юлын башлай. Аҙаҡ тормош уны ҡалабыҙҙың 4-се гимназияһы менән бәйләй. “Ҡайҙа ғына эшләһәм дә коллективымдан уңдым” – ти Гөлнара. Әле ул гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тыш директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса “уң ҡулы” ла икән. Бынан тыш, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Башҡорт теленең методикаһы” һәм “Хәҙерге башҡорт теле дисциплинаһы” буйынса студенттарға белем бирә. Мин уның шөғөлө менән дә ҡыҙыҡһындым. Быныһы ла ҡыҙыҡ килеп сыға. “6-сы класта уҡығанда Зәйнәб Биишеваның “Емеш” романын уҡып ултыра инем, әсәйем китапты тартып алды ла һинең йәштә беҙ ошоно эшләй инек тип ҡулыма бәйләм килтереп тотторҙо. Шунан бирле ял иткәндә лә, телевизор ҡарағанда ла бәйләп ултырам” – ти ул йылмайып. Ә инде етдирәк шөғөлгә күскәндә, институтта бергә уҡыған бер-нисә ғаилә йыл һайын бергәләп Башҡортостандың төрлө мөйөштәре буйлап сәйәхәт итә икән. Ә эшенә килгәндә, ул - ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән әллә күпме конкустарҙа ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр яулаған шәхес. Әле лә беҙ уны “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсына юлланыр алдынан ғына тап иткәйнек. Был конкурстың республика кимәлендә ул диплом менән бүләкләнде.
“Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”, – тип яҙған В.А.Сухомлинский. Шул осҡондо тоҡандырыу өсөн, бөгөнгө уҡытыусы төрлө яҡлап та үҫешкән, заман менән бергә атлаусы, яңынан-яңы алымдар, мәғлүмәт технологияларын ҡулланыусы шәхес булырға тейеш. Гөлнара Нурғәли ҡыҙы Батталова – тап шундайҙарҙан. Ҡалабыҙҙа ижади эшләп танылған, коллегалары араһында ла, башҡа йәмәғәтселек эштәрендә лә абруй ҡаҙанған шәхес ул!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: