Ашҡаҙар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ХЕҘМӘТ КЕНӘГЕҺЕНДӘ – БЕР ГЕНӘ ЯҘЫУ!

Әлфирә Мәхмүтова ғүмере буйы һөнәренә тоғро ҡалғанБеҙ уның менән «Ҡышҡы балҡыш» байрамында таныштыҡ. Сиратлап шиғыр уҡығанда ул ҡыш тураһындағы шиғырҙы музыка оҙатыуында тасуири итеп уҡыны һәм ҡолаҡҡа ятышлы итте. Үҙен ишле ғаиләлә унынсы бала булып донъяға килгәнмен, тип таныштырҙы ул. Хеҙмәт кенәгәмдә бер генә яҙыу – 5-се балалар баҡсаһында дефектолог булып эшләйем, – тип тә өҫтәне.

Бала сағын әкиәткә оҡшата
Әлфирә Әҙел ҡыҙы Мәхмүтова 1962 йылдың 8 апрелендә матур тәбиғәтле урмандары, тауҙары, йылғалары һәм Эйек менән дан тоткан Күгәрсен районы Юлдыбай ауылында тыуған. Ул ғаиләлә 10-сы бала, иң төпсөктәре була.
– Бала сағымды мин хәҙер әкиәткә оҡшатам. Шул тиклем күңелле саҡ булған. Кинйә бала булғас, мине барыһы ла яратып үҫтерҙе. Апайҙарым, ағайҙарым үҫеп, бер-бер артлы ҡалаларға төрлө уҡыу йорттарына уҡырға китеп торҙолар. Барыбыҙ ҙа юғары белемлеләр: уҡытыусылар. табиптар. нефтселәр, артистар сыҡты ғаиләбеҙҙэән. Әсәйем Бәзикә Әхмәҙулла ҡыҙы 45 йыл уҡытыусы булып эшләне. Башҡортостан Ресбуликаһы, Рәсәй Федерацияһы отличнигы ул, бик күп наградалары бар. Ә атайым Әҙел Һибәтулла улы ауыл магазинында һатыусы булып эшләне. Ул 1940 йыл армия сафтарына алына, 1941 йыл армиянан тура һуғышҡа китә, бары 1946 йыл ғына әйләнеп кайта. Төрлө ерҙә алыштарҙа ҡатнаша, концлагерҙа ла була. Ҡайткас йәш кенә әсәйемде кәләш итеп ала. Ә әсәйем һуғыш ваҡытында ауылда агитатор, мәктәптә балалар уҡыта, ауыл кешеләренә хаттар яҙыша, ауыл халҡының барлыҡ ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлаша, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Ә бит минең әсәйем тәүге еңеү һүҙен иң беренсе булып бөтә ауыл халҡына еткереүсе лә. 9 май көнө ауыл советында дежур иткән сағында “һуғыш тамамланыу” тураһында “Еңеү! тигән телефонограмма килеп төшә, ул ошо яңылыҡты ауылдаштарына еткерер өсөн үҙе урынына һеңлеһен ҡалдырып, йән-фарманға баҫыуға саба… – ти ул ун сабыйға ғүмер биргән, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән әсәһе менән сикһеҙ ғорурланып.
Күҙҙәрен һауыҡтырып мәктәпкә оҙатҡан балаларҙың иҫәбе юҡ
Ә үҙенә килгәндә, Әлфирә Әҙел ҡыҙы 1984 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап 5-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай, аҙаҡ дефектолог булып күсерелә. Был балалар баҡсаһы ябай булмай. Тәғәйенләнеше исеменән аңлашылған “Хрусталик” балалар баҡсаһына күҙҙәре насар күргән балалар йөрөй. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу тора. Бына 37 йыл инде бер урында ғына эшләй ул. Әллә күпме маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. “Эшемде бик яратам. Ике тиҫтәнән ашыу йылдар дефектолог булып эшләү дәүеремдә күпме балаларҙы һауыҡтырып, күҙҙәрен дауалап, мәктәптәргә оҙатҡанды иҫәпләп бөтөрлөк түгел. Күҙҙәре насар күргән балаларға башҡорт теленә ҡыҙыҡһындырыу уятыуға, йолаларҙы, гөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәтеүгә, башҡорт халыҡ ижады менән даими таныштырыуға күпме көс һалынды! “Акбуҙат” исемле түңәрәк ойоштороп, оҙаҡ йылдар төрлө байрамдар, саралар үткәрҙем. Һәр ваҡыт шиғыр һөйләү конкурсында почетлы урындар яуланы түңәрәктәге балаларым. Үҙем дә шиғриәтте ныҡ яратам, ҡалала үткән һәр сарала ҡатнашырға тырышам”, – ти ул. Әлфирә Әҙел ҡыҙы балалар баҡсаһындағы үҙенең “Күбәләктәр” төркөмө балаларын ҡул эштәренә ихлас өйрәтә, үҙе лә түшелдектәр яһап ҡалабыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәрен биҙәй.
Әйткәндәй, “Башҡорт теле йылы”нда ҡалабыҙҙа уҙган шиғыр һөйләү конкурсында 1-се урынды яулап, ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Ә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған республика күләмендә үткән конкурста 1-се урын дипломына лайыҡ була. Ә быйыл иһә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсында ҡатнашып, муниципаль этапта еңеп, республика кимәлендә диплом менән бүләкләнә.
Һынауҙарҙан юғалып ҡалмай
Ғаиләһенә килгәндә, буласаҡ тормош иптәше менән мәктәптә уҡығанда уҡ таныша ул. Хатта буласаҡ ире Әлфирәне физкультуранан уҡытҡан да әле. Улар алты йыл дуҫлашып йөрөй, хатта ҡыҙҙың уҡып бөткәнен дә көтөп ала егет. Улар, өйләнешеп, 31 йыл бергә йәшәп, балалар үҫтереп өлгөрә, үкенескә ҡаршы, ғаилә башлығы бынан алты йыл элек вафат булған. Шуға күрә Әлфирә Әҙел ҡыҙына балаларын артабан яңғыҙ аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Балаларына юғары белем бирә. Улы программист, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Ә ҡыҙы туғыҙ йыл Америкала эшләп ҡайтҡан, тормошҡа сығып, декрет ялынан бирле Башҡортостанда йәшәй икән. “Атайҙары ғына күрә алманы балаларымдың шатлыҡтарын”, – ти тормош һынауҙарын үҙ елкәһендә татыған әсә. Ә аҙмы ни арабыҙҙа Әлфирә Әҙел ҡыҙы Мәхмүтова һымаҡ “ҡайғыһын эсенә йотҡан”, эшенә мөкиббән киткән, шул уҡ ваҡытта донъя йөгөн яңғыҙ тартҡан бала йәнле әсәләр?!. Уларҙың бар бөйөклөгө әсә булыуҙа! Әйткәндәй, ике ейән һәм ейәнсәргә өләсәй булырға өлгөргән ул. Шулай тормош беҙҙең балаларҙа, ейән-ейәнсәрҙәрҙә дауам итә. Ғөмүмән, Әлфирә Әҙел ҡыҙы һымаҡ һынауҙарҙан һынмаған, оло йөрәкле ҡатындар һоҡландыра мине…
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: