Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

КИТАПТАР ДОНЪЯҺЫНА СОРНАЛЫП ЙӘШӘЙ

…Бынан 25 йылдар самаһы элек беҙ – бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре: яҙыусылар, китапханасылар һәм артистар ҡала ситендәге холоҡ төҙәтеү колонияһына барып, унда ябылған тотҡондар алдында сығыш яһағайныҡ. Шул ваҡытта Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана мөдире Нәзифә Мостафа ҡыҙы Иҫәнғужинаның тәрбиүәи әһәмиәтле сығышын тыңлап хайран ҡалғайным. Аҡыллы ла, матур һөйләүе, нескәлеге менән арбаны был шәхес мине. Ошо ваҡиғанан һуң Нәзифә ханым менән китапханала ойошторолған әҙәби һәм мәҙәни сараларҙа әллә күпме осрашырға тура килде һәм һис ҡасан да тәүге тәьҫоратарымдан ҡайтманым. Уның хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән баһаланыуы ла, халыҡ араһындағы хөрмәт тә уның асылы тураһында һөйләй һымаҡ.

– Беҙ ғаиләлә биш ҡыҙ үҫтек. Мин иң төпсөгө булғанлыҡтан, бәләкәйҙән иркәләп, яратып үҫтерҙеләр. Бала сағым матур булып иҫтә ҡалған, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. – Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырға тип йөрөгәндә, ауыл клубында эшләп йөрөүсе әсәйем (клуб мөдире тәҡдиме буйынса) комсомол йүнәлтмәһе алып ҡайтты. Шулай Өфө китапханасылар техникумына уҡырға индем. Йүнәлтмә менән килгәнгә күрә, уҡып бөткәндән һуң тыуған ауылыма ҡайтып эшләргә тейеш инем. Стәрлебаш мәҙәниәт бүлегенә барҙым да: “Мин үҙебеҙҙең ауылыбыҙға ҡайта алмайым, унда өс балалы ҡатын эшләй. Нисек мин уның эшен тартып алайым?” – тинем. Әле булһа ошо тәүәккәллегемә аптырайым һәм өс баланың ризығын тартып алмағанлығыма һөйөнөп бөтә алмайым. Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәне, Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя көтөүсе апайым 2-се китапхананың ишегендә “китапханасы кәрәк” тигән иғлан күреп миңә хәбәр итте һәм мин ошо китапханаға эшкә урынлаштым. Бик яҡшы коллективта эшләнем. Әле лә хеҙмәт юлымда осраған мөдир Ада Ивановна Кирсанова һәм китапханасы Нина Ивановна Самсоноваларҙы юҡһынып иҫкә алам, мин уларға бик рәхмәтлемен. Үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул иттеләр. Мин, йәш белгес булараҡ, эште яйға һалдым. Ә улар миңә тормош тәжрибәһен бирҙе, – тип хәтерләй Нәзифә Иҫәнғужина. Шулай башланып китә уның хеҙмәт юлы.
…Китапханасы, өлкән китапханасы, ә 1994 йылда балалар китапханаһына мөдир булып үрләтелә. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт институтын тамамлай. Класташына тормошҡа сығып, ике бала тәрбиәләргә өлгөрә. Үкенескә ҡаршы 45 кенә йәшендә тол ҡала. Ике балаһына ла юғары белем бирә. Улы Илдус Өфө авиация-техник университетын тамамлай, Әлиә ҡыҙы Мәскәү ҡалаһында Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ дәүләт университетында уҡып сыға. Балалары күптән ғаилә ҡороп айырым донъя көтә. Нәзифә Мостафа ҡыҙы бәхетле өләсәй булырға ла өлгөргән. Тормошоноң йәшләй генә көтөлмәгән яҡтан килтереп һуғыуына, яҙмышының бындай боролошона юғалып ҡалманы. Башкөллө эшенә егелде. Әлеге ваҡытта ҡалабыҙҙың иң абруйлы шәхестәренең береһе ул. Күп йылдар инде “Берҙәм Рәсәй” партияһында һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында ағза булып тора. Ә эшенә килгәндә, 1996 йылда балалар китапханаһы Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар китапханаһы булып үҙгәртелгәндән бирле, был китапханала үткәрелгән сараларҙың осо-ҡырыйы юҡ. Шуларҙың иң сағыуы булып юлбашсыбыҙ Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә ханымдың килеүе, Краснодар башҡорттары, Төркиә студенттары менән осрашыуҙар тора. Башҡортостан һәм ҡала яҙыусылары менән үткәрелгән сараларҙың да иге-сиге юҡ.
– Китапханасыларҙан да бик уңдым. Альмира Рафиҡ ҡыҙы Мөхәмәҙйәрова (әле ул мөдир) оҙаҡ йылдар “уң ҡулым” булды. Ҡалған китапханасылар ҙа балалар менән бик оҫта эшләйҙәр, төрлө саралар менән йәш быуынды йәлеп итәләр, матур әҙәбиәткә һөйөү уяталар, – тип һөйләй Нәзифә Мостафа ҡыҙы коллегалары хаҡында.
Китап, әҙәбиәт, әҙәбиәттә гүзәл зат образы, иң сағыу өлгөләр тураһында ла һорамай булдыра алманым.
– Ғөмүмән алғанда, әҙәбиәттә ҡатын-ҡыҙ һүрәтләнмәгән әҫәр юҡтыр ҙа. Һуңғы йылдарҙа сыҡҡан китаптарҙан Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Тормош шау сәскәлә”, Фәрзәнә Аҡбулатова, Зөлфиә Ҡаҙаҡбаева, Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлнур Якупова әҫәрҙәрен ҡатын-ҡыҙҙар образынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. “Бөйрәкәй” романында бөтә ваҡиғалар ҡатын-ҡыҙ тирәһендә урала. Ниндәй генә ауырлыҡтар, ғазаптар күреп йәшәһәләр ҙә, улар үҙҙәрендә йәшәү көсө табып, ҙур өмөт-хыялдарға бирелеп йәшәй. Ҡатын-ҡыҙ образы романда бик сағыу итеп бирелә. Улар кыйыу, түҙемле, көслө ихтыярлы, сабыр холоҡло итеп һүрәтләнә. Ә бына Әхмәр Үтәбайҙың «Үрелеп алған алма» китабында төп героиня Маһиҙә апай һоҡландырғыс!.. “Үрелеп алған алма булығыҙ, бер ваҡытта ла һеҙҙе эйелеп алмаһындар. Эйелеп алған алма татлы, әммә ул барыбер ҙә өҙөлөп төшкән алма”, – ти ул. Был һүҙҙәр миңә шул тиклем оҡшаны, башҡаларға ла фәһем булырлыҡ. Һуңғы көндәрен кисерһә лә, үткән ғүмеренә үкенмәй, киреһенсә, тап Ғөбәйҙулла менән йәшәүенә ҡыуана. Уны яңғыҙын ҡалдырып киткеһе килмәй. Шунлыҡтан, иренән, ҡыҙынан ризалыҡ алып, Сәғиҙә киленен үҙенең урынына ҡалдырырға була. Ниндәй оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ! Күптән түгел Кәтибә Кинйәбулатованың шиғриәтен уҡып, үҙемә тағы бер асыш яһаным, – ти Нәзифә Мостафа ҡыҙы. – Уның күп кенә шиғырҙары Әсә һәм бала темаһына арналған. Шағирә әсәнең бөйөк зат булыуын, уның үлемһеҙлеген раҫлай. Әсә образы берсә тынғыһыҙ, берсә тыйнаҡ, мөхәббәтле, иманлы, көслө һәм рухлы булып шағирәнең күҙ алдына баҫа. Бер-нисә шиғыр юлдары аша ул бик күпте, ҙур мәғәнәне асып бирә, шул рәүешле уҡыусы алдына шағирәнең үҙ тормошо ла килеп баҫа, – тип шәхсән фекерҙәре менән уртаҡлашты Нәзифә ханым, үҙе лә китап уҡыусы булараҡ… Ошондай сағыу образдар башҡорт ҡатын-ҡыҙының сабырлығын, аҡыллығын, тыйнаҡлылығын, саялығын күҙ алдына килтерә лә инде.
Буяу еҫе аңҡып торған яңы китап тиһеңме, бөгөн генә килгән гәзит-журналмы – һәр кем үҙ зауығына күрә рухи ризыҡ таба бында. Нәзифә Иҫәнғужинаның китапҡа сорналған ғүмеренең яҙылмаған яңы биттәре, алдалыр, тим. Тик шатлыҡтарҙан ғына торһон инде улары!..
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: