Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ИР-ЕГЕТТЕҢ КҮҢЕЛЕНДӘ ЭЙӘРЛЕ АТ ЯТЫР

Үҙ эшенә мөкиббән киткән, ғаиләһен, туғандарын ҡурсалап, хәстәрләп йәшәгән ир-егеттәр беҙҙә оло ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Егерме йылдан ашыу ғүмерен Себер тарафтарында үткәргән Ғәфүр Фәйзулла улы КҮСӘРБАЕВ тап шундайҙарҙан.

Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районы Шишмә ауылы Өршәк буйынан ул. Хеҙмәт юлын тракторҙа прицепщик булып башлай. Мәктәптә туғыҙ йыл уҡығандан һуң Силәбе индустриаль техникумында белем ала һәм техник-технолог һөнәрен үҙләштерә. Шул арала матур ғаилә ҡорорға ла өлгөрә. Ишембай ҡыҙы Маһибикә Исхаҡова менән баһадирҙай өс ул үҫтерә улар. Һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Ейән-ейәнсәрҙәре лә тормошта үҙ урындарын тапҡан. Үкенескә ҡаршы, хәләл ефетенең яҡты донъяларҙан китеүенә быйыл дүрт йыл була икән. Үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ҡылған изгелектәре менән башҡаларға үрнәк булырлыҡ ир-уҙаман Ғәфүр Күсәрбаев күптән инде замандаштары һәм туғандары араһында ҙур абруй ҡаҙанған. Ул Себер тарафтарынан Башҡортостанға күсеп ҡайтҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай, тәжрибәле иретеп йәбештереүсе булараҡ, 11 йыл ВНЗМ-1 тресында эшләй. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә сафта. Әйткәндәй, ул беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ ҙа әле. 2021 йылға гәзиткә яҙылыусылар араһында төп бүләкте отоусы ла ул! Иң төп бүләк – “Уралстройгрупп” компанияһы әҙерләгән 3 мең һум аҡсаға нәҡ Ғәфүр ағай эйә булды!
– Шәхсән үҙемә генә ҡағылған хыялдарымдың тормошҡа ашмағаны юҡ та һымаҡ. Дәүләттән ярҙам көтөп, илгә таянып йәшәһәк тә төп тырышлыҡ үҙебеҙгә бәйле, үҙебеҙҙән генә торған ысынбарлыҡ, йәштәр шуны аңлаһын ине, гәзитте үҫтереү ҙә тик үҙебеҙҙән тора, – ти Ғәфүр Фәйзулла улы.
Гәзит уҡыусылар һәм шәхсән үҙебеҙҙең исемдән уға ғаилә именлеге, тормош сәме, күңелендәге илһөйәрлек тойғоһоноң башҡаларҙа ла ғәм уятыуын теләйбеҙ!
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: