Ябай эшсенән - ҙур етәксегә тиклем
Билдәле булыуынса, Федор Иванович Машкин райондың һәм республиканың йәмғиәт һәм сәйәсәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан шәхестәрҙең береһе ине. Ул күп тапҡырҙар район советына депутат булып һайланды, 7 саҡырылышта Башҡортостан АССР-ының Юғары Совет депутаты, ә өс тапҡыр КПСС съезы делегаты булды. Оҙаҡ йылдар КПСС-тың Башҡорт өлкә комитеты ағзаһы булып торҙо. Уның тураһындағы матур хәтирәләре менән Стәрлетамаҡ районының Почетлы гражданы Илья Серафимович Захаров уртаҡлашты.
– Фәҡәт Федор Иванович Машкиндың һәләтле етәкселеге арҡаһында район алдынғылар рәтендә булды. Етмешенсе, һикһәненсе йылдарҙа Стәрлетамаҡ районында эре ауыл хужалығы предприятиелары (“Ашҡаҙар” ҡошсолоҡ фабрикаһы, “Рощинский” совхозы) төҙөлә, мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, дауаханалар сафҡа индерелә, юлдар һалына.
Ул Дәүләкән районында тыуып үҫһә лә, Стәрлетамаҡ ере уға тыуған ере һымаҡ яҡын була. Хеҙмәт юлындағы ҡаҙаныштары өсөн Федор Иванович Машкин Социалистик Хеҙмәт геройы исеменә лайыҡ була, ике тапҡыр Ленин ордены, Октябрь революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены һәм бихисап миҙалдар менән бүләкләнә. Район халҡы уны әле булһа хәтеренән сығармай: Рощинский ҡасабаһында үҙәк майҙан уның исемен йөрөтә, уның иҫтәлегенә бюст ҡуйылған, мемориаль таҡтаташ асылған, ә Бүреҡаҙған ауылында Машкин яланы бар, – тип һөйләне ул хәтер ебен сисеп.
Ысынлап та, Федор Иванович етәкселек иткән йылдарҙа колхоз һәм совхоздарҙа уңышты күтәреүгә, малсылыҡты үрсетеүгә йүнәлдерелгән алдынғы технологиялар сафҡа индерелә. Һөҙөмтәлә район иҡтисади һәм социаль күрһәткестәр буйынса уртасанан алдынғылар рәтенә баҫа һәм республикала танылыу яулай.
Талапсан, принципиаль, шул уҡ ваҡытта кадрҙарҙы хәстәрләгән тәртипле, итәғәтле, намыҫлы етәксе була ул. Ул күптәргә ҙур тормошҡа юллама бирә. Фәҡәт ул етәкселек иткәндә Шәһиев, Ибраһимов, Баһаутдинов, Абдрафиҡов, Ғөбәйҙуллин, Силиванов, Коваленко, Ғилметдинов һәм башҡа етәкселәрҙең һәләте асыла, тип тә баһаланы ул йылдарҙы Илья Серафимович Захаров.
Бер үҙе 800 ҡасҡынды туҡтатҡан!
Шулай уҡ ул “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” белгеслеге студенттары менән осрашыу барышында бынан байтаҡ йылдар элек Стәрлетамаҡтың 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһынан ҡасҡан һәм Косяковка ауылына юлланған тотҡондар тураһында һөйләне. Шул 800 тотҡондо туҡтатырға күпме көс йәлеп ителеүгә ҡарамаҫтан, бер лейтенанттың аҡылы арҡаһында ошо ағымдың кире боролоп колонияға ҡабат ҡайтыуҙарын йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, ғәжәпләнеп һөйләне. Лейтенанттың тотҡондарға нимә әйтеп тыңлатыуы әле булһа сер булып ҡала, тине ул. Осрашыуҙа ҡатнашҡан отставкалағы эске хеҙмәт майоры Александр Александрович Ведищев буласаҡ полицейскийҙарҙы һәм юристарҙы, коррупция булдырмаҫ өсөн, ғәҙел йәшәргә саҡырҙы. Һәм улар һайлаған һөнәрҙең бөтә нескәлектәрен күҙ алдына баҫтырҙы.
– Приказ бирелгән икән, һин шуны үтәр өсөн барыһын да эшләргә тейешһең, – тине ул һәм буласаҡ коллегаларын намыҫлы йәшәргә саҡырҙы.
– Уйлап ҡараһаң, Федор Иванович Машкин да, Илья Серафимович Захаров та ауылдан сыҡҡан, хеҙмәт юлдарын көтөүсе, малсы, комбайнсы булып башлап, тормош төбөнән күтәрелгән һәм шундай ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән етәкселәр. Шундай шәхестәр өлгөһөндә беҙ үҙебеҙҙең студенттарҙы тәрбиәләйбеҙ, – тине күп профилле педагогия колледжының директор урынбаҫары, социология фәндәре кандидаты Евгений Зөфәр улы Моратшин осрашыуҙы йомғаҡлап. Һөнәри колледж уҡытыусылары Александра Викторовна Лисковец һәм Марина Васильевна Яценко ойошторған был сара Бөтә Рәсәй “Хеҙмәт геройҙары” көнө уңайынан үткәрелде. Әлбиттә, бындай маяҡтар өлгөһөндә үткәрелгән сараларҙың тәрбиәүи әһәмиәте ифрат та ҙур.