Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

СӘМЛЕ ҠЫҘҘАР ЭШЛӘЙ «АЛТЫНАЙ»ҘА

Беҙ шундай алға киткән быуатта йәшәйбеҙ, хәҙер халыҡҡа ниндәй генә хеҙмәттәр күрһәтелмәй. Шундай хеҙмәттәрҙең береһе – «Алтынай» клининг компанияһында күрһәтелеүен ишеткәс, йәһәт кенә был егәрле ҡыҙҙарҙы үҙ күҙҙәрем менән барып күрергә булдым.

Баҡтиһәң, улар өс йыл инде ҡалабыҙҙың 2-се лицей-интернатында хеҙмәт итә икән. Гөлфидә Ҡашҡарова сығышы менән Йылайыр районынан, ә Рәйлә Ғәлиева Ишембай районынан булып сыҡты. Уларҙың вазифаларына бүлмә йыйыштырыу, тәҙрә таҙартыу, иҙән йыуыу кеүек эштәр инә икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡыҙҙарҙың ҡулдарынан килмәгән эш юҡ тиергә була. Шул уҡ ваҡытта был ҡыҙҙар, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Етмәһә, һәр ҡайһыһының эштән һуң буш ваҡыттарҙа эшләй торған яратҡан шөғөлдәре лә бар икән. Гөлфидә төрлө-төрлө таҫмаларҙан сәскәләр, брошкалар яһай, бынан тыш ойоҡбаштар бәйләй. Ә Рәйлә иһә романдар һәм детектив йөкмәткеле китаптар уҡырға һәм сигеү сигергә ярата. Эштән дә, тормоштан да йәм табып йәшәй улар. Бар яҡлап та ҡәнәғәт булыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан был ҡыҙҙарҙан етәкселәренең кем булыуын һорашмай булдыра алманым һәм уның менән телефон аша һөйләшергә форсат тейҙе. Илгиз Ҡашҡаровты беҙ электән белһәк тә, бынан өс йыл элек ул үҙ эшен булдырырға тәүәккәлләгән. Эште башлау инициативаһы ла үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан. «Отпуск ваҡытым ине. Етмәһә, өй һала башлаған саҡ. Ҡайҙа ҡараһаң да, ҡалала йыйыштырыу эштәрен сит тарафтарҙан килгәндәр башҡарып йөрөй. Минең был эште үҙебеҙҙең ерлеккә, динебеҙгә хас булған, бөтөнләй икенсерәк йүнәлештә ойошторғом килде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ауыл балаһы эштәрҙең бар төрөн дә ғаиләлә үк үҙләштереп үҫә. Компанияның исеменә килгәндә инде, икенсе балабыҙ Алтынай исемле, әле уға 5 кенә йәш, бәләкәйҙән ипле ҡыҙ булып үҫеп килә… Уның исемен үҙемдең клининг компанияма ҡуштым», - тип аңлатты ул.
Ә эштәрҙең йүнәлештәренә килгәндә, бында машина йыуыу, урам һепереү һымаҡ эштәрҙе егеттәр башҡара икән. Эш хаҡтары ваҡытында түләнә. Әлеге ваҡытта кеше эшенән ҡәнәғәт булһа, аҡсаһы айҙыҡы-айға килеп торһа, шунан да ҙур бәхет юҡтыр, тим. Ә инде Илгиз Хөснулла улына күптәргә эш урындары булдырғаны өсөн рәхмәт әйтергә һәм эштәрендә уңыштар теләргә генә ҡала.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: