Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЙЫРҘАРЫ ЙӘШӘҮ КӨСӨ БИРӘ

Йыр-моң халыҡ күңеле, халыҡ йөрәге тыуҙырған, ижад иткән мәңгелек сихри донъя хазинаһы ул. Йыр кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә йәм өҫтәй, күңелгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам бирә.

Яңыраҡ Ғабдулла Тукайҙың тыуыуына 135 йыл тулыу уңайы менән ҡалабыҙҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы алдында ҙур байрам тамашаһы үткәйне. Бына шул байрамдың концерт өлөшөндә оҙон буйлы, бөҙрә сәсле, мөләйем бер егетте халыҡ ҡаршыһына сығарҙылар. Ул күренекле композитор Рөстәм Яхин көйө Мостафа Ноғман һүҙҙәренә яҙылған «Кейек ҡаҙҙар китә» йырын шул тиклем моңло, дәртле башҡарып тамашасыларҙы хайран итте. Шунда уҡ был егетте йәштәр донъяһына танытырға кәрәклеген аңланым. Шуға күрә Алик менән яҡынданыраҡ танышырға булдым. Алма ағасынан йыраҡ төшмәүенә йәшәй-йәшәй күнегеп бөттөк инде. Алик Башҡортостан республикаһы Сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының билдәле педагогтары Наилә һәм Рафаэль Самиҡовтарҙың улдары булып сыҡты. Ул мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ йыр-моңдо үҙ итә һәм баян буйынса музыка мәктәбендә уҡый. Артабан да белемен камиллаштырып, 2011 йылда эстрада музыка сәнғәте һөнәре буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Уға артист, эстрада вокаль коллективы етәксеһе, вокал класы буйынса уҡытыусы дипломы бирелә. Ә 2017 йылда «Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш» буйынса Силәбе ҡалаһында Көньяҡ Урал дәүләт физкультура университетын тамамлай. Әйтергә кәрәк, Өфөлә уҡыған йылдарында бик күп сараларҙа ҡатнаша ул. Өфө ҡалаһын үҫтереү фонды ҡарамағындағы Булат Йосоповтың Кино мәктәбе уға режиссер Рөстәм Салауатовтың «Мечталина» фильмында иң яҡшы актер уйыны өсөн рәхмәт белдерә. 2010 йылда Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәре Мәсәлим Күлбаев Аликты Стәрлетамаҡ рус театрына 1-се категориялы актер итеп эшкә саҡыра. Алик Самиҡов ул ҡуйған Григорий Гориндың «Забыть Герострата» трагик комедияһында уйнай, музыкаль әкиәт спектаклдәрендә ҡатнаша. Театрҙа эшләү уның өсөн ҙур мәктәп була. Ә Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының рус бүлегендә (лекторийҙа) беренсе категориялы артист-вокалист (солист) булып эшләй. Ҡала буйынса үткәрелгән сараларҙа күп ҡатнаша. Уға балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге «Яҙ гүзәле – 2015» матурлыҡ байрамын үткәрешкән һәм башҡарыу оҫталығы өсөн рәхмәт белдерә. Ә 2016 йылда БР Стәрлетамаҡ сыуаштары ассоциацияһы уны ҡала сараларында әүҙем ҡатнашҡаны, башҡарыу оҫталығы һәм ижади уңыштары өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләй. Алик Рафаэль улы ҡалабыҙҙың мәҙәниәт тормошо менән генә сикләнмәй. Ҡурай –ТВ менән хеҙмәттәшлек иткән осорҙа уның видеоклиптары йыш күрһәтелә һәм бик тиҙ республика халҡының күңелен яулап ала.
Ҡалала тыуып үҫеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт, татар телендә ижад ителгән йырҙарҙы бик оҫта башҡара ул. Рус телендә башҡарғандарын әйтеп тораһы ла юҡ. Ә бына итальян, испан, инглиз телдәрендә яҙылған йырҙарҙы һәр кем башҡара алмай. Уларҙың милли калоритын һаҡлап тамашасыға еткерергә лә кәрәк бит әле.
Ниндәй генә сара үткәрмәһен, үҙе музыкаль йәһәттән биҙәгәнгә күрә, туйҙар ҙа, тыуған көндәр ҙә тантаналыраҡ килеп сыға. Ул башҡарған йырҙар кисәләрҙе йәмләп кенә ҡалмай, ә һәр кемгә йәшәү көсө бирә, шатлыҡлы сәғәттәргә тағы ла шатлыҡ өҫтәй, ә борсоулы ваҡыттарҙа күңелде йыуатҡандай була…
Һәр сәнғәт оҫтаһының йөрәгендә йөрөткән иң яратып башҡарған йыры була. Аликтың иң яратып йырлаған йыры Илгиз Закировтың Роберт Миңнуллин һүҙҙәренә яҙған «Әсәйем доғалары». Әсәһенең васыяттарына тоғро ҡалып башҡарған йырҙары һәр кемде тулҡынландыра, рухландыра, төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, матур уйҙар, яҡты хыялдар, киләсәккә ышаныс тыуҙыра. Уның йырҙары йәшәү көсө бирә. Күҙ теймәһен, берүк! Алик Самиҡовка артабан да тамашасыларын, яҡындарын ҡыуандырып, матур-матур йырҙар башҡарып, халҡына хеҙмәт итергә яҙһын. Моң шишмәһе уның урғылып аҡһын да аҡһын!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: