Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәнең, балам!

Төпсөк ҡыҙыбыҙ Резеданы 60 йәше тулыу менән ҡотлайбыҙ!

Резеда ҡыҙыбыҙ 18 йәшенән бирле әлеге көнгә тиклем “Сода” заводында эшләй. Уның дөйөм хеҙмәт стажы – 42 йыл. Башта 18 йыл завод поликлиникаһында шәфҡәт туташы булды. Тик бер ҡайғыһыҙ йәшәп ятҡанда, ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде: Роберт кейәүебеҙ 30 ғына йәшендә ҡапыл яҡты донъянан китеп барҙы: йоҡларға ятҡан еренән торманы. 29 ғына йәшендә береһенән-береһе бәләкәй ике ир бала менән ҡалған Резеда ҡыҙыбыҙ бөгөлөп төшмәне, яңғыҙмын тип зарланып ултырманы: бөтә көсөн ике баланы – Эдуард менән Русланды аяҡҡа баҫтырыуға һалды. Медицина өлкәһендә эш хаҡы бик аҙ булғанлыҡтан, заводҡа аппаратсы булып эшкә күсте. Аллаға шөкөр, пенсияла булһа ла, әле лә эшләп йөрөй.
Ейәндәребеҙ ҙә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй, аҡыллы, иманлы булып үҫтеләр. Әлеге көндә икеһе лә шәхси эшен асып, матур итеп эшләй йөрөйҙәр. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән әсәй кеше өсөн!
Ауырлыҡтар алдында бирешмәнең, ҡыҙым, атай-әсәйеңде лә көйәләндермәнең, тырыш, изгелекле бала булдың. Ошо изгелектәрең үҙеңә йөҙләтә ҡайтһын, балам! Һау-сәләмәт бул, оҙон ғүмерле, аҡ бәхетле бул, барлыҡ теләгән изге теләктәрең ҡабул булһын!
Ҡотло булһын матур юбилейың!
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдың атҡан алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен!
Ғүмерҙе бит йылдар билгеләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек , бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы -хәсрәт баш осонан уҙһын –
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә!
Ҡотлау менән, туғандарың исеменән әсәйең Фәниә, ҡотлауға ихлас күңелдән апайың Фәимә, һеңлең Альбина, кейәүең Олег һәм уларҙың балалары ла ҡушыла.
Читайте нас: