Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәтле ғаилә – ил күрке

Һәр ғаиләлә иң мөһиме – бер-береңде ихтирам итеү, ышанысты һаҡлау, аңлашып йәшәү, утты-һыуҙы бергә кисереү шарттыр, тим. Ә инде ғаилә ишле лә булһа, бындай ғаиләләрҙә маяҡтар ҙа, теләктәр ҙә, хатта йөрәк тибеше лә уртаҡ һымаҡ тойола. Стәрлетамаҡ районының Танеевка ауылында донъя көтөүсе Туҡаевтар ғаиләһе – тап шундайҙарҙан.

Ғаилә башлығы Альфрет Әсҡәт улы Туҡаев Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас Наумовка ауыл хужалығы техникумында уҡый, Салауат исемендәге колхозда ферма мөдире булып эшләй. Аграр университет тамамлағандан һуң “Рощинский” совхозына эшкә күсә. Эшен ауыр булыуға ҡарамаҫтан бик яратып башҡара ул. Ун йыл эсендә бүлек зоотехниғынан алып һыйыр малы буйынса әйҙәүсе белгескә тиклем үҫә.
Тик тормош булғас үҙгәрешһеҙ булмай, эшмәкәрлек өлкәһен тулыһынса алыштырырға тура килә. Икенсе юғары белем алыу тураһында мәсьәлә килеп тыуа. Яңы һөнәр яңы эш урынын да билдәләй. Шулай Альфрет Әсҡәт улы “Газпром” тармағына килеп эләгә. Был эше лә бик оҡшай уға. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, ул ауылда депутат та икән әле.
Кешенең яратҡан эше булыу – ярты бәхет булһа, ғаиләле булыу тулы бәхет тиергә лә булалыр. Был йәһәттән дә яҙмышынан уңған ул. Буласаҡ ҡатыны менән ҡыҙ уларҙың ауылына ҡунаҡҡа килгәндә танышалар. Альфрет Гөлназды шунда уҡ бик оҡшата һәм күп тә үтмәй тәҡдим яһай һала. Шунан алып 16 йыл бергә улар. Гөлназ Марат ҡыҙы иренең бар башланғыстарында ла иң төп ярҙамсыһы һәм таянысы булып тора. Гөлназ үҙе Стәрлетамаҡта тыуһа ла, оҙаҡ йылдар Белгород өлкәһенең Старый Оскол ауылында йәшәгән. Медколледж тамамлағандан һуң ҡыҙ ата-әсәһе менән тыуған яҡҡа күсеп ҡайтҡан. Ғүмере буйы бала тыуыҙырыу йортонда акушер булып эшләгән ҡатыны әле декрет ялында.
Мөхәббәтле ғаилә – ил күрке тигәндәй, бер-бер артлы биш балалары: Камилла, Илшат, Роберт, Мәликә һәм Мәҙинә донъяға килгән. Малай-ҡыҙҙар тырышып, ата-әсәһенә ярҙамлашып ҡына тора, афарин!
– Һәр бала донъяға үҙ ризығы менән килә, беҙ уларҙың һәр берен теләп, ҙур мөхәббәт менән тыуҙырҙыҡ. Беҙ уларҙы барыһын бергә лә, айырым-айырым да яратабыҙ. Һәр ҡайһыһын шәхес итеп күрәбеҙ. Был беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ишле ғаиләләрҙең ихтыяжы ла артҡандан-арта бара, был йәһәттән беҙгә дәүләт социаль ярҙам күрһәтә, – ти ғаилә башлығы.
Йәш ғаилә баштан уҡ ауылда йәшәргә ҡарар итә. Сөнки икеһенә лә ҡалаға ҡарағанда ауыл тормошо яҡын. Альфрет Әсҡәт улы әле ҡалаға ауылдан йөрөп эшләй. Күркәм ғаилә бынан 4 йыл элек Танеевка ауылында йорт һалып ингәндәр. Бәхеттәре ташып торған өйҙәре тәбиғәттең иң матур ҡосағында урынлашҡан, тауҙар ҙа, Ағиҙел йылғаһы эргәлә генә. Күпләп мал тоторға ла уңайлы.
Ғаилә барлыҡҡа килгәндән бирле донъя малын да, рухи байлыҡты ла бергәләп туплаған улар. Ике йөрәк бергә типкәндә генә башҡаларға өлгө булып, иң бәхетле ғаиләләрҙең береһе булып, донъя биҙәп йәшәргә мөмкин. Төп эшенән тыш Альфрет депутат эшмәкәрлеген дә уңышлы башҡара.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ғаилә альбомынан алынды.
Читайте нас: