Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уны һәр кем таный!

Ҡалабыҙҙа һәр сарала фотоға төшөрөп йөрөгән ижадсыны, “Стерлитамаский рабочий” гәзите фотохәбәрсеһе Сергей КРАМСКОВты үҙенә ҡарап та, фотоһүрәттәре аша ла белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ихлас, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, ҡаланы һәм ҡала халҡын нисек бар – шулай бар матурлығында сағылдыра алған, объективы менән тормош матурлығын бары тик ҡабатланмаҫ буяуҙарҙа асып биргән коллегабыҙ ошо көндәрҙә үҙенең алтмыш йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.

Ысынлап та, Сергей Анатольевич – пейзаждарға бик иғтибарлы, портрет төшөрөү һәм фоторепортаждар яһау оҫтаһы. Уның һөнәри оҫталығы һәм кешеләргә булған сикһеҙ һөйөүе бына сирек быуат инде “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә сағыу сағылыш таба.
Уның, ижады һымаҡ, тормош юлы ла үҙенсәлекле, ҡыҙыҡ: мәктәп, училище тамамлағас армияға тиклем “Сода” заводында технологик ҡорамалдар слесары ла булған, Ленин исемендәге заводта ла эшләп өлгөргән. Ә армиянан һуң депоға локомотив слесары булып урынлаша. Поезд бүлеге ярҙамсыһы булып эшләй. Тепловоз машинисы һөнәренә лә уҡып өлгөрә. Тик... инде эшкә барам тип кенә йөрөгәндә, яҙмышы бөтөнләй икенсе боролош ала.
– Ул саҡта “Коммунизм байрағы” тип аталған район гәзитенә фотограф кәрәк булып сыҡты. Был хаҡта миңә 15 йәштән бергәләп фотоға төшөрөү серҙәрен өйрәнгән дуҫым Александр Цыплаков хәбәр итте. Шулай район гәзитенә был эш менән ҡыҙыҡһынып барҙым да туғыҙ йыл фотокорреспондент булып эшләнем дә ташланым. Ә инде “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә эшләүсе фотокорреспондент “Советская Башкирия” гәзитенә күскәс, эшселәр гәзитенә эшкә саҡырҙылар. Ә был баҫмала инде фотоларым сирек быуат сығып килә, – тип хәтирәләре менән бүлешеп үтте коллегабыҙ.
Тормош бер урында ғына тормай. Ул Технология техникумында уҡып белемен камиллаштыра, фототехник һөнәрен үҙләштерә. 2000-се йылдар башында Фоторәссамдар союзы булдырып, ошо союз менән етәкселек иткән осорҙа Өфө, Салауат ҡалаларында йыл һайын күргәҙмәләр ойоштора. Әлеге ваҡытта ул Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжда фотографтар бүлегендә имтихандар комиссияһы рәйесе, йыл һайын колледж студенттары ул эшләгән баҫмала практика үтәләр.
Әйткәндәй, Сергей Анатольевичтың ҡыҙҙары ла уның юлынан киткән. Өлкән ҡыҙы Ксения Ырымбурҙа журналистар факультетын тамамлаған, тормошҡа сығып әле Ҡырымда йәшәй, ул менән ҡыҙ үҫтерә, атаһына олатай бәхете бүләк иткән. Ә кесе кыҙы Анастасия Өфө сәнғәт училищеһында рәссам һөнәре үҙләштереп, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Әле ҡыҙ Өфө дәүләт нефть институтында дизайнер һөнәрен үҙләштерә. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тип улар хаҡында әйтергә булалыр.
...Яратҡан эшенә 34 йыл ғүмерен бағышлаған Сергей Анатольевич Крамсковтың фотолары гәзит биттәрен генә түгел, кеше күңелдәрен дә биҙәй. Уға артабан да тормошобоҙҙо тик сағыу төҫтәге фотолар менән биҙәргә яҙһын! Коллегабыҙға ҡоростай сәләмәтлек, һайлаған һөнәрендә уңыштар, күңел бөтөнлөгө һәм ҡояшлы көндәр теләйбеҙ!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото коллегабыҙҙың архивынан.
Читайте нас: