Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һәм уның кешеләре
3 Декабрь 2021, 11:57

ТЫНЛЫҠТЫ ИШЕТЕП...

Башҡалар донъяның матурлығын күҙҙәре менән генә түгел, ҡолаҡтары аша ла тойғанда, ишетмәгәндәр нисек ҡабул итә икән тормошто, нисек уҡый, үҫешә, йырларға, бейергә өйрәнә? Был турала һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн тәғәйенләнгән Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернаты директоры, 24 йыл ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған педагог Александр БАЦУЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

ТЫНЛЫҠТЫ ИШЕТЕП...
ТЫНЛЫҠТЫ ИШЕТЕП...

 – Беҙҙә уҡыған һәр балала ишетмәү проблемаһы бар. Тик бындағы юғары квалификациялы 63 уҡытыусының (сурдопедагогтар, дефектологтар, логопедтарҙың) тырышлығы ярҙамында улар тауышты аңлап, аралашып йәшәргә өйрәнә. Мәктәптә һаңғырау, насар ишеткән һәм кохлеар-имплантацияланған бөтә республиканан йыйылған 142 бала белем ала, – тип һөйләй коррекцион мәктәп эше тураһында Александр Олегович.
   Кохлеар-имплантацияға килгәндә, ул һаңғырау балаларға ярҙам итеүҙең камиллашҡан системаһы. Уның составына ике компонент инә. Беренсеһе – телмәр процессоры. Ул кеҫәгә һалып йөрөтмәле йәки ишетеү аппаратына оҡшаш, ҡолаҡҡа беркетеп ҡуйыла торған бәләкәй генә компьютер. Баҡтиһәң, телмәр процессоры микрофон аша мәғлүмәт ала һәм уны анализлап, кодлай. Артабан был мәғлүмәт системаның икенсе компоненты – кохлеар имплантҡа ебәрелә. Ул мәғлүмәтте ишетеү нервы епсәләренә оҙата. Ә имплант үҙе стимуляторҙан һәм электрод рәшәткәнән тора. Стимулятор ҡолаҡ артына урынлаштырыла һәм ул тауышты электр импульстарына әйләндерә. Артабан импульстар ишетеү нервыларына эләгә, тауыш йәки хәбәр баш мейеһенә тапшырыла. Был процесс шул тиклем тиҙ башҡарыла, кеше тауышты шунда уҡ ишетә икән. Ул әллә күпме кешенең зәғифлеген бөтөрөү мөмкинлеген биргән.
 Технологиялар, әлбиттә, ҙур проблеманы хәл итергә ярҙам булып тора. Әммә уны үҙләштереүҙә, ғөмүмән, ғәҙәти тормошҡа өйрәнеүҙә педагогтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ә уҡытыусыны балалар күңелдәре менән тоя. Яҡшы кеше икәнлеген һиҙһә, балалар үҙҙәренең ихласлығы, эскерһеҙлеге менән арбап, һәр береһе уға табан тартыла.
Билдәле булыуынса, ишетмәгән ата-әсәнән ишетмәгән бала тыуа. Әлеге мәктәпкә тыумыштан һаңғырау балалар ғына түгел, киҙеүҙән һуң өҙлөгөү, йәрәхәттәр алып һаңғырау булып ҡалған балалар ҙа тәрбиәләнә. Беренсе класҡа килгән балалар араһында бөтөнләй һөйләшә алмаған уҡыусылар була.
 Үҙенсәлекле мәғлүмәт тә еткерҙе етәксе: баҡтиһәң, ишетмәгән балаларҙың күреү һәләте күпкә үҫешкән. Шуға ла һәр бүлмәлә предмет, атамалар исеме яҙылып ҡуйылған, шулай балалар хәрефтәрҙе тиҙерәк хәтерендә ҡалдыра. Телмәрҙе үҙләштереү һәм өндәрҙе өйрәнеү ишетмәгән балаларға махсус алымдар буйынса өйрәтелә. Тәрбиәләнеүселәр ирендән уҡыйҙар һәм дактилология – “бармаҡтар азбукаһы” буйынса аралаша.
 – Бер һүҙҙе көнө буйына ҡабатлаттырырға тырышабыҙ. Дәрестәрҙә уҡытыусылар башлаһа, интернатта тәрбиәселәр дауам итә. Урамда йөрөгәндә лә, бына ҡар, был ағас, был тупраҡ тип, йоҡларға ятҡанда ла был мендәр, был юрған тип һәр предметты атап күрһәтәбеҙ. Шулай итеп, гел телмәр донъяһында йөҙәбеҙ, – тип таныштыра коррекцион мәктәп-интернатының көнкүреше менән Александр Олегович.
  Бында балалар көйҙө ишетмәһәләр ҙә бейергә, йырларға яратҡандары асыҡланды! Шулай уҡ барыһы ла ҡул эштәренә оҫта. Уҡыусылар төплө белем алһын өсөн заманса компьютер интерактив комплексы һәм ишетмәгән балалар өсөн махсус программаһы менән йыһазландырылған логопед тренажерҙары, “аҡыллы” һәм “йәнле” көҙгөләр урынлаштырылған. Мәктәптә ижади һәм спорт түңәрәктәре лә әүҙем эшләп килә. Ишетмәгән балалар, һәр бала кеүек, уйнарға, бейергә, йүгерергә, шаярырға ярата, төҙөйҙәр, әүәләйҙәр, һүрәт төшөрәләр.
  Күптәре спорт өлкәһендә уңыштарға ирешә. Мәҫәлән, мәктәпте тамамлаусылар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры В.В.Шевнин, Рәсәйҙең саңғы ярышы буйынса халыҡ-ара класлы спортсы М. Абдуллин, олимпия резервы спорт мәктәбендә еңел атлетика буйынса тренер М.Мәүлитов һәм башҡа билдәле кешеләр бар. Ғөмүмән, был мәктәпте тамамлаған балалар ауырлыҡтарға бирешмәй, көслө рухлы булып ҡалырға тырыша.
Г.Ҡыуатова.

ТЫНЛЫҠТЫ ИШЕТЕП...
ТЫНЛЫҠТЫ ИШЕТЕП...
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: