Көндән-көн Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы тормошобоҙ уңайлана, ҡалабыҙ матурлана бара. Һәр ваҡыттағыса ҡалабыҙҙа төрлө кимәлдәге төҙөкләндереү эштәре әүҙем алып барыла. Яңы скверҙар, ҡала халҡы өсөн бик күп төрлө ял итеү урындары барлыҡҡа килә. Быйыл иһә, мәҫәлән, Артем урамындағы 70-се йортта йәшәүселәр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнаша.
Бында йәшәгән халыҡ дөйөм йыйылышта күптән спорт майҙансығы тураһында хыялланғанын белдергән. Шуға күрә, ошо программа сиктәрендә йорт ихатаһында спорт майҙансығы төҙөләсәк.
Әйткәндәй, республикала “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” 2014 йылдан уңышлы эшләп килә. Ошо программа ярҙамында Стәрлетамаҡта 42 проект тормошҡа ашырылған. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Сөнки был проект – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы. Халыҡ белә: һинең өсөн уңайлыҡтарҙы ситтән килгән кемдер тыуҙырмай, барыһы ла кешенең үҙ тырышлығынан тора. Был проекттың үҙенсәлеге лә шунда – ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башлап инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Әйткәндәй, ағымдағы йылда был программаны тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Автор фотоһы.