Ашҡаҙар
0 °С
Ясно
Ҡала һәм уның кешеләре
1 Февраля 2022, 09:39

Нәсхетдинова Жәүфирә Мөхәмәт ҡыҙы оло юбилейын билдәләй

1 февралдә һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ Нәсхетдинова Жәүфирә Мөхәмәт ҡыҙы оло юбилейын билдәләй. Уға ҡоростай һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡтар, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Һөйөп һәм һөйөлөп оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын! Тормош иптәше Хәниф, балалары һәм ейән- ейәнсәрҙәре.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нәсхетдинова Жәүфирә Мәхәмәт ҡыҙы оло юбилейын билдәләйНәсхетдинова Жәүфирә Мәхәмәт ҡыҙы оло юбилейын билдәләй
Нәсхетдинова Жәүфирә Мәхәмәт ҡыҙы оло юбилейын билдәләй

Тормош тауҙарына һин үрләйһең,

Һикәлтәле һуҡмаҡ һуҙылған.

Арыу-талыуҙарҙы бер белмәйһең,

Күпме ғүмер инде уҙылған.

Бер еңеле, бер ауыры булды,

Бирешмәйенсә алға атлайһың.

Яҙмыш йөктәре лә хәҙер тулды,

Һин һаман да юлдан таймайһың.

Йөрәгеңдә һинең оло һөйөү-

Тормош һөйөр өсөн яралған.

Яҡындарың өсөн янып-көйөү,

Тыумыштан уҡ һиндә ҡаралған.

Ныҡлы булһын, ярһып типһен,

Арыу-талыу белмәҫ йөрәгең.

Бөйөк уңыштарға алып килһен,

Бирһен Хоҙай, Аллаһ ярҙамын!

Автор:Роза Сафина
Читайте нас