Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һәм уның кешеләре
7 Февраль 2022, 17:02

“ИҢ БЕРЕНСЕ МИН ЯҺАТТЫМ!”

Стәрлетамаҡтан Лев Шәрипов прививка яҡлы.

“ИҢ БЕРЕНСЕ МИН ЯҺАТТЫМ!”
“ИҢ БЕРЕНСЕ МИН ЯҺАТТЫМ!”

Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡҡа килтерелгән 130 доза “Спутник М” вакцинаһын үҫмерҙәр инде һалдырып та өлгөргән. Прививканы эшләткән студенттар һәм уҡыусылар вакцина яһатыуға ыңғай ҡарай һәм үҙ теләктәре менән яһатҡан.
Әйткәндәй, яңы коронавирус инфекцияһынан прививка эшләткән студенттар был айҙа стипендияны күберәк аласаҡ. Был турала БР-ның Мәғариф министрлығынан килгән хатта яҙылған. Йә ярай, эш аҡсала ғына түгел. Иң мөһиме балаларға ла тиҙ "йоғоп" барған был сиргә ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу. Иң беренселәрҙән булып вакцинаны 1-се лицей уҡыусыһы Лев Шәрипов яһатҡан
– Әле үҫмерҙәр өсөн вакцина сыҡмағанда уҡ, үҙем өсөн, әгәр ҙә сығарһалар иң беренселәрҙән булып яһатам тип, һүҙ биргәйнем. Беренсенән, бәләкәй саҡтан уҡ милли календарға ингән прививкаларҙы ваҡытында эшләтеп киләбеҙ. Икенсенән, атайым табип булғас, коронавирус менән нисек итеп ауыр сирләгәндәрен ишетеп торам. Бөгөн ата-әсәләр, йәштәштәр алдында, прививка эшләтәйемме, юҡмы, тигән һорау торорға тейеш түгел. Вакцина – мотлаҡ! Сөнки, вакцинаның ярҙам итеүе – ысынбарлыҡ, иҫбатланған. Һәм тағы ла, прививканан һуң үҙемде яҡшы тойҙом, бер ерем дә ауыртманы, температурам бөтөнләй күтәрелмәне. Был сирҙе тик күмәк көс менән генә еңеп була, тип иҫәпләйем һәм яҡындарыма ла прививка эшләтергә кәңәш итәм, – ти Лев.
Әлбиттә, афәттән ҡотолоу өсөн шарттарҙың иң мөһиме прививка яһатыу тора. Ошо гражданлыҡ яуаплылыҡты аңлаған йәштәргә афарин тиергә генә ҡала!
Фото ғаилә архивынан.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: