Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һәм уның кешеләре
16 Февраль 2022, 17:30

АУЫҘҒА ҺЫЙҒЫҺЫҘ ЕЛӘКТӘР йәки Нәсхетдиновтар нисек уңыш ала?

“Шәп баҡсаның эше ҡыш башлана, иң мөһиме, иренмәй, еренә еткереп эшләргә генә кәрәк”, – ти Шахтау ҡасабаһында йәшәүсе уңған баҡсасылар Хәниф һәм Жәүфирә НӘСХЕТДИНОВТАР. Көндәр яҙға тартылып, ҡояш яҡтыраҡ балҡый башлау менән баҡса миҙгеле яҡынлаша. Яҡшы баҡсасы тап ошо ваҡытта баҡса эшенә тотона. Шөкөр, быйылғы ҡыш һалҡын һәм ҡарлы. Баҫыуҙарҙы һәм баҡсаларҙы ҡар өйөмдәре ҡапланы. Шуға күрә ағастарҙың, бигерәк тә йәш үҫентеләрҙең ботаҡтары ҡар ауырлығынан һынмаһын өсөн уларҙы әленән әле ҡағып торорға, ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡарарға, үҫемлектәргә ҡар өйөргә кәрәк. Теплицаларҙың түбәһен таҙартырға, эсенә ҡар ырғытырға ла оноторға ярамай. Ҡыҫҡаһы, эш етерлек. Ошо юҫыҡта нимәләр эшләнелә, баҡсасыларҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт итергә булдыҡ.

– Баҡсабыҙҙағы бәләкәй генә ерҙән йыл да мул уңыш алабыҙ. Картуф та, башҡа төр еләк-емеш, йәшелсә лә гөрләп үҫә. Сере ябай: тәбиғи шарттарҙа ҡарау һәм ҡул эше, – тип һөйләп алып китте баҡсасылыҡ серҙәре менән уртаҡлашып Жәүфирә ханым. – Баҡсалағы үҫентеләргә тик тәбиғи төнәтмәләр генә һибәбеҙ. Йәйгеһен мискәләрҙә кесерткән, юл япрағы, һарымһаҡ, һуғандан яһалған төнәтмәләр ултыра. Һәр ваҡыт шуны ғына һибәбеҙ. Кәбеҫтәне күбәләк һырып алырға ғына тора. Шуға кәбеҫтә түтәлдәренә әрем тиреп ташлайбыҙ. Ә бына селәүсендәр, киреһенсә, ерҙе эшкәртә. Ерҙе һауа менән туйындыра (туҡландыра). Ямғыр селәүсене булһа, ер уңдырышлы була.

Нәсхетдиновтар биләмәләрендәге 6,5 сутый ерҙең бер ярым сутыйына картуф ултыртып, иллеләгән биҙрә уңыш йыйып ала икән. Картуфты ҡаҙып алыу менән артынан горчица сәсәләр. Горчица органик ашламаға әйләнә, ә тупраҡта ҡаты ҡорт кеүек ҡоротҡос бөжәктәр ҙә, ҡусҡарҙар ҙа булмай. Шулай итеп, уңыш ала баралар, ерҙе буш ятҡырмайҙар – урынын эшкәртеп, алдағы йылға нимәләр ултыртыу тураһында план ҡора башлайҙар.

– Йәшелсәне лә күп сәсмәйбеҙ: 30 төп самаһы помидор, шул сама борос, кәбеҫтә (төҫлө кәбеҫтә лә шунда) ултыртабыҙ. Теплицаға ла күп ултыртмайбыҙ, артығын ултыртыуҙың файҙаһы юҡ, 5-6 төп помидор, 5-6 төп борос, 5 төп ҡыяр – шуларҙан әллә күпме уңыш йыйып алабыҙ. Рассадаларҙың һабағының үҙәгенә үтәнән-үтә берике илеләй (3-4 см оҙонлоғонда) генә баҡыр сымдар ҡаҙап сығабыҙ. Улар үрсетмәләрҙе фитофтораларҙан, йәғни төрлө бәшмәктәрҙән һаҡлай. Рассадаларға сәскә атҡансы ла, атҡас та эркет һыуы һиптереп сығабыҙ, һөт һиптерһәң дә ярай. Һеркәләнһен өсөн әҙ-әҙләп кенә баллы һыу һиптереп бал ҡорттарын йылытма эсенә саҡырабыҙ. Улар гөж килеп бал йыя. Баҡсаны бит уны бала һымаҡ тәрбиәләп ҡарарға кәрәк. Бала ҡараған кеүек яратып, өрөп, һыпырып ҡына торабыҙ. Бына шулай, күңелеңде һалып үҫтерһәң, һөҙөмтәләрен бирә.

Нәсхетдиновтарҙың ошо бәләкәй генә алты ярым сутый ерендә барыһына ла урын табыла. Алмағастар, слива, ҡурай еләге, ер еләге лә үҫтерә тырыш хужалар. – Ус аяһындай ерҙе лә буш ятҡырмаҫҡа тырышабыҙ. Күләгә урындарҙа ла бәрхәт сәскәләр рәхмәт әйтә-әйтә үҫә. Ә беҙ ҙә уларға рәхмәтлебеҙ, сөнки улар баҡсабыҙҙы зыян итеүсе бөжәктәрҙән һаҡлай. Ҡыҫҡаһы, һәр береһе үҙ ролен үтәп, беҙҙең менән бер рәттән юлдаш булып баралар. Баш ҡалҡытыу менән матур булып тирбәлешеп ултыралар. Шуға ҡарап һоҡланып ултырыуы үҙе бер ғүмер! – ти улар.

Күптәр, баҡсаһында фитофтора ҡалдырмаҫ өсөн, тоҡлап-тоҡлап ҡыярын, помидорын ҡырға сығарып ташлай, ә был хужалыҡта ундай нәмә юҡ. Хәниф ҡаҙыу, ерҙе эшкәртеү, һыу һибеү эштәрен башҡара, ә Жәүфирә фитофтора (картуфта бәшмәк ауырыуы) булмаһын өсөн тырыша.

 – Баҡса еребеҙ – шатырҙап торған таш. Әллә күпме ер ташып, слива, ҡурай еләге ултырттыҡ. Баҡсабыҙҙа ер еләге бик уңа – ауырлығы 65 грамға етә. Ауыҙға һыймай, бүлеп ашарлыҡ эре була. Еләк уңһын тиһәң, мыйыҡсаларын ваҡытында өҙөп торорға кәрәк. Яҙын ер йомшаҡ ҡына булһын өсөн көҙҙән ерҙе ашламалап өҫтөнә шыршы ботаҡтары һалып сығабыҙ, – тип йомарт бүлешә бай баҡса тәжрибәһе менән Жәүфирә Мөхәммәт ҡыҙы. – Хәниф эште кемгәлер күрһәтер өсөн эшләмәй, рухы ныҡ, көслө булғанғалыр, һәр төрткән бер үҫенте, үлән шунда уҡ йәнләнеп, йылдам үҫә башлай. Әйткәндәй, емеш ағастарын урман ситенә, һыу буйҙарына ла алып барып ултыртабыҙ. Тик ниңәлер ошо үҫентеләр тамыр йәйеп үҫеп китмәй юҡҡа сыға бара.

Баҡсасылыҡ – ялҡауҙар шөғөлө түгел. Был йәһәттән әлеге ғаиләгә һоҡланырға ғына ҡала. Күҙ генә теймәһен үҙҙәренә! Был шөғөлгә улар 1980 йылдан алып Төмән өлкәһенең Тубыл ҡалаһында йәшәгәндә өйрәнеп ҡайталар.

 – Өйрәнеп тип, үҙ алдыбыҙға өйрәндек инде. Ул заманда, бынан ҡырҡҡырҡ биш йылдар элек ул яҡта йәшелсәемеш үҫтереүселәр юҡ тиерлек ине. Баҡсасылыҡ тураһында китаптар ҙа юҡ. Хәҙер генә ул интернетҡа инәһең дә йәнең теләгән һорауға яуап табаһың. Хәнифкә эш урынынан баҡса участкаһы бирҙеләр. Баҡса тип аталған еребеҙ ҡара урман эсендә, һаҙлыҡта ине. Башта ағастарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп, ерҙе аҡтарып сыҡтыҡ. Шунан ерҙе ҡаҙып, йомшартып түтәлдәр эшләнек. Баҡса ашламаһыҙ үҫмәгәнен беләбеҙ, шуға күрә тәүҙә һаҙ тиреҫе (торф) ташыныҡ. Шулай тырыша торғас, мул уңыш ала башланыҡ. Әйткәндәй, Тубылда Башҡортостандан барған кешеләр араһында баҡса ерҙәрен тәү башлап асыусылар Хәниф менән беҙ булдыҡ шикелле.

Тора-бара ике-өс участка алдыҡ. Баҡсабыҙ гөрләп, шәп итеп үҫеп китте, шау балсыҡ ерҙә лә мул уңыш ала алдыҡ. Беҙҙән күрмәксе, башҡалар ҙа был кәсеп менән ҡыҙыҡһынып, күпләп ер ала башланылар, хатта туғандар, таныштар ҙа күсеп килә башланы. Шуныһын да онотмайыҡ, донъяң матур булһын тиһәң, ең һыҙғанып эшләргә кәрәк, – тип яҡты хәтирәләр ебен һүтә хужабикә рассадалар менән булышҡан арала.

 Һәр хәлдә ошо ожмах утрауын Нәсхетдиновтар бергәләп булдырған. Уларҙың йәшәү девизы: ерҙе, тормошто яратыу. Күңеле йырлап торған кешенең эштәре лә көйлө бара. Бер минутын да бушҡа уҙғармаҫ был егәрле ғаиләнең үҙ йәшәү графигы. Хәниф Ғәзим улы ял иткән арала шиғыр яҙып алырға ла өлгөрә, йорт-ҡаралтыһын да сынъяһау итеп биҙәп ҡуйған.

Үҙегеҙ булдырған йәннәт баҡсаһынан, үҙ көсөгөҙ менән тапҡан хәләл ризыҡтарығыҙҙан йәнегеҙгә дауа, тәнегеҙгә сихәт алып, донъяны нурлап оҙаҡ йылдар гөрләтеп йәшәргә яҙһын һеҙгә, еребеҙ уңғандары!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

 

АУЫҘҒА ҺЫЙҒЫҺЫҘ ЕЛӘКТӘР  йәки Нәсхетдиновтар нисек уңыш ала?
АУЫҘҒА ҺЫЙҒЫҺЫҘ ЕЛӘКТӘР йәки Нәсхетдиновтар нисек уңыш ала?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: