Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

БЕҘ ТАҘАРТМАҺАҠ,КЕМ ТАҘАРТЫР!?

– Ана! Күрәһеңме трактор килә!– Әәә был бит – Хәлит ағай

БЕҘ ТАҘАРТМАҺАҠ,КЕМ ТАҘАРТЫР!?
БЕҘ ТАҘАРТМАҺАҠ,КЕМ ТАҘАРТЫР!?

Әлеге күренеш Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙе күптән оҙата килә. Уны хәҙер барыһы ла танып бөткән, сөнки ул гел алдынғылар рәтендә. Хәлит Шәриповтың бында эшләгән көндәрен, йылдарын һанап китһәң, ғүмеренең 22 йылы ошо хеҙмәттә үтә. Һүҙебеҙ ҡаланың «Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы» муниципаль бюджет учреждениеһы механизаторы Хәлит Хәмзә улы Шәрипов тураһында бара.
  Хәлит ағай Ғафури районы Игенселәр ауылының биш балалы колхозсылар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан уҡ уның күңеле техникаға тартыла, сөнки атаһы ла ғүмер буйы механизатор булып эшләгән була. Тыуған ауылында мәктәпте бөткәс, әрме сафтарына алына. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһында УМР-4-тә экскаваторҙа 13 йыл эшләй. Кистәрен тракторсымеханизатор һөнәренә уҡып, ҡулына танытма ала. 2000-се йылда Стәрлетамаҡ Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығына күсә.
 Тәүҙә бында “МТЗ-80” тракторында эшләй. Ул эш башлаған замандарҙа әле йүнләп юлдар ҙа булмаған, күпме ауырлыҡтар аша үткән ул, тик бирешмәгән. Бигерәк тә элекке йылдарҙа бергә эшләгән механизаторҙарҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала:
   – Эшкә килгәндә, бында оло ғына механизатор ағайҙар эшләй ине әле. Уларҙың барыһы ла кәрәк саҡта кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп торҙолар, – ти ул.
  Хәлит ағай һәр бер етәксе менән дә уртаҡ тел табып, хөрмәт күрһәтеп, уларҙы гел аңлап тора. Был да хеҙмәт кешеһен биҙәй торған сифаттарҙың береһе. Лайыҡлы хеҙмәтен, тырышлығын етәкселәр ҙә баһалай: уның бик күп маҡтау ҡағыҙҙары ла был турала һөйләй.
    Йыл буйына механизаторға бик күп эштәр башҡарырға тура килә. Ҡышҡыһын ҡар таҙартыусы ротор техникаһына ултыра. Ер ҡарҙан әрселә башлау менән асфальттағы соҡорҙарҙы ҡаплай башлай һәм йәй, көҙ көндәрендә асфальт түшәргә тотона.
  – Ротор техникаһы бик уңайлы әйбер ул: ҡарҙы шундай итеп таҙартып бара, урам һепереүсегә эш тә ҡалмай тиерлек, – ти ул.
  – Ҡарлы ваҡыттарҙа ял көндәрендә лә эшкә сығабыҙ. Ҡарҙы таҙартырға кәрәк, ә беҙ сыҡмаһаҡ, кем таҙарта? Шулай ҙа шәхси секторҙарҙан ялыуҙар килеп кенә тора. Ҡайһы ваҡыт өлгөрмәй китәбеҙ. Техника бар, эшләргә кеше юҡ, хәҙер бында эшләргә йәштәр килә һалып бармай, компьютер артында ултырып аҡса табыуҙы хуп күрә. Әммә тирә-яҡҡа күҙ һалып, хәрәкәтле эштә эшләүгә бер ни етмәй – ти Хәлит Шәрипов.
   Әйткәндәй, Яңы йылдан алып был идаралыҡта хеҙмәт хаҡы күпкә артты, тимәк Хәлит ағайға ярҙамсылар килер әле.
 ...Көндәлек тормошта ябай хеҙмәткәрҙең эшен күрмәй, бар нәмәгә зарланырға өйрәнгәнбеҙ. Ә бит был хеҙмәткә ҡалабыҙҙың таҙалығы туранан-тура бәйле. Шуға ла уларҙың хеҙмәтенә байрамдарында ғына түгел, ә көн дә хөрмәт менән ҡарап, мөмкин тиклем уларҙың эшен аңлап ҡабул итергә кәрәктер.

Э.Фәттәхов фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: