Кешене эшенә, хезмәтенә ҡарап билдәләргә була, тиҙәр. Үҙ һөнәренең бөтөн нескәлектәрен белгән, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған белгестәр оло хөрмәткә лайыҡ. Тап бына шундай кешеләрҙең береһе – “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәре Роберт РӘХИМОВ.
Роберт Расфар улы бәләкәйҙән һәр малай кеүек үк техниканы яратҡан. Уның атаһы Расфар Варый улы бөгөнгө көндә “Ҡыҙыл пролетарий” заводында слесарь булып эшләп йөрөй, әсәһе Рәүилә Миҙхәт ҡыҙы ғүмере буйына троллейбус кондукторы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Әсәһе ҡайһы бер ваҡытта бәләкәй генә улын үҙе менән бергә эшкә йөрөткән булған, шул саҡтарҙа уҡ Роберт водителдәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәткән, үҙенсә тәжрибә туплаған.
– Мин мәктәптән һуң ҡаланың химиятехнология техникумында уҡыным. Үҙ юлымды оҙаҡ эҙләнем, уҡып сыҡҡандан һуң, тәүҙә бер аҙ һалым инспекцияһында һаҡсы булып эшләп өлгөрҙөм, унан һуң әрме сафына алындым. Һамар өлкәһендә хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас ҡаланың машиналар эшләү заводында бер йыл, аҙаҡ “Ҡыҙыл пролетарий”ҙа слесарь булып эшләнем, – тип үҙенең тормошо менән таныштырҙы Роберт Расфар улы.
Шулай итеп, хеҙмәтте, ябай хеҙмәт емешенең ҡәҙерен белергә өйөндә һабаҡ ала, ата-әсәһе өлгөһөндә эш кешеһенең абруйын, йәмғиәттәге мөһим урынын аңлай бара әңгәмәсем.
– Атайым мине бәләкәйҙән: “Улым, көсөң булғанда, гел эшлә!” – тип өйрәтте, уның үҙенең дә эшһеҙ ултырғанын күргәнебеҙ юҡ, – ти әңгәмәсем.
Бер мәл Роберт осраҡлы ғына рәүештә бер иғланға тап була. Унда “Кем троллейбус водителе һөнәренә эйә булғыһы килә – рәхим итегеҙ” тип яҙылған икән. Егет, оҙаҡ уйлап тормай, уҡырға бара.
Ҡала буйлап буйлап меңәрләгән кешене йөрөтөр өсөн ярты йыл уҡып, тағы бер-нисә ай күнекмәләр үтергә кәрәк икән. Әле шунан һуң да әзмәүерҙәй тимер атты эйәрләй алыуың икеле. Ә бына Роберт өсөн былар барыһы ла еңел бирелә. Троллейбустың “мөгөҙҙәрен” бер линиянан икенсеһенә күсерә торған уҡтар менән дә тиҙ генә эшләргә өйрәнә ул.
– Үҙ-үҙеңде еңеп, йоҡоноң иң тәмле сағында уяныр өсөн дә ихтыяр көсө кәрәк бит! Халыҡ иртәнге йоҡола булғанда, беҙ, троллейбус йөрөтөүселәр инде эштә булабыҙ, - ти тәжрибәле водитель.
– Смена тура килһә, хатта яңы йылды руль артында ҡаршыларға тура килә, - тип үҙ һөнәренең нескәлектәре менән таныштырыуын дауам итә. Нисек кенә булмаһын, был өлкәлә халыҡ менән эшләргә тура килә. Троллейбус йөрөтөү бер, кәрәк саҡта психолог та, медицина белгесе лә, яҡлаусы ла булырға тура килә шул.
- Пассажирҙар хәҙер тынысыраҡ була башланы. Элекке ваҡыттарҙа бербереһенә юл бирмәй, төрткөләшеп китә торғайнылар. Насар һүҙҙәрҙе ишетмәмешкә һалышып, төрлө хәлдәрҙән сығырға тура килгеләне. Нисек кенә булмаһын, пассажирҙарҙы яратам, троллейбус шығырым тулһа, күңеллерәк тә, - ти ул.
Хәйер, Роберттың пассажирҙарына ҡарата гел яҡшы мөғәмәләлә булыуы, пассажирҙың троллейбуста онотоп ҡалдырған телефонын кире хужаһына ҡайтарыуы ла күпте һөйләй. Был хаҡта уға рәхмәт һүҙҙәрен белдереп социаль селтәрҙәргә лә яҙғайнылар. Ваҡиға күптән түгел генә булды.
Ҡалала шундай ғәҙел кешеләр булыуы һоҡландыра, онотолған телефонды табып алған ҡатын хужаһына тапшырырға ҡушып ҡалдырҙы,- ти ул. Әммә, арабыҙҙа барыһы ла Роберттың үҙе һымаҡ түгел шул...
– Билетһыҙ йөрөүселәр үҙҙәре бер мәҙәк инде, - тип көлөмһөрәй водитель.
– Хәҙер ундай “ҡуян”дар һирәгәйҙе, әллә тормош яҡшырҙы, әллә студенттар байыны тип аптырап ҡуям, - тип йылмая хеҙмәт кешеһе.
“Эшең нимәһе менән оҡшай?” - тигән һорауға аҙ һүҙле водитель: “Эшемде яратам”, - тип кенә яуап бирҙе. Шулайҙыр, үҙе һайлаған һөнәр бит ул! Бик эшһөйәр, тырыш егет, тиҙәр уның хаҡында коллегалары ла. Элек-электән хеҙмәт кешеһе хөрмәткә лайыҡ булған. Ошо хөрмәтте Роберт Рәхимов күптән яулаған да инде.
Ҡала һәм уның халҡы өсөн хеҙмәт итеүҙән башҡа, ул – ҡатыны Светлана өсөн арҡа терәрҙәй ышаныслы ир һәм ике балаһы Эльза менән Марселгә хәстәрлекле атай ҙа! Тап Роберт кеүек хеҙмәт һөйөүсән, изге, хәстәрлекле кешеләр биҙәй бит ул ҡалабыҙҙы!