Ашҡаҙар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

ЧЕМПИОНДАР БЫНДА ДАУАЛАНА

Ҡалабыҙҙың данын арттырған спорстылар бихисап. Әммә, еңеү еңел бирелмәй, уларҙы чемпион итер өсөн күпме көс һалырға кәрәк. Был йәһәттән тренерҙар, спорт мәктәптәре ҙур роль уйнай. Шул уҡ ваҡытта спортсы һәр ваҡыт медицина күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Әлеге тәңгәлдә уларҙың һаулығын  Республика табип-физкультура диспансерының Стәрлетамаҡ филиалы табиптары ҡайғырта. Ошолар хаҡында һәм диспансерҙың башҡа хеҙмәттәре тураһында  филиал мөдире Заһир Заһит улы Ғаянов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Заһир Заһитович, бынан өс тиҫтә йылдар самаһы  элек был диспансер (филиал) ябай ғына ине, бөгөн бинаның эсе танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, хеҙмәттәр бик күп, эш алымы ла яҡшырған, шул уҡ ваҡытта хеҙмәтләндереү зонаһы ла киңәйә. Һеҙ етәкләгән диспансерға бөгөн кемдәр мөрәжәғәт итә ала?

– Мотлаҡ медицина страховҡалау иҫәбендә тороусы һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙә бушлай консультациялар үткәрелә. Шулай уҡ  сәләмәт йәшәү рәүеше, сыныҡтырыу, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү буйынса белгестәрҙең тәҡдимдәрен тыңларға мөмкин. Сәләмәтлекте нығытыу буйынса түләүле хеҙмәттәр ҙә бар.

– Диспансерға күберәген ниндәй сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр?

– Бигерәк тә кәүҙә торошо боҙолған, сколиоз, яҫы табанлылыҡ, умыртҡа бағанаһы остеохондрозы, быуын сирҙәре булған пациенттар мөрәжәғәт итә.

– Һеҙҙә кемдәр бушлай дауалана ала?

– Беҙҙә диспансер менән килешеү төҙөгән ойошмалар, мәҫәлән, ҡалабыҙҙың спорт мәктәптәрендә шөғөлләнеүселәр бушлай дауалана, төрлө ярыштарҙа, көрәштәрҙә имгәнгән спортсыларҙы бушлай аяҡҡа баҫтырабыҙ. Шулай уҡ табиптан юллама менән килеүселәрҙе лә түләүһеҙ ҡабул итәбеҙ.

– Спортсылар ҡайсаҡ еңеү өсөн һаулыҡтарын ҡорбан итәләр...

– Беҙ был хаҡта бигерәк тә балаларҙың ата-әсәләре менән аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Медицина күрһәткестәре буйынса спорт менән артабан шөғөлләнергә кәрәкме-юҡмы – шуларҙы ла асыҡлайбыҙ. Төрлө осраҡтар була, ҡайһы ваҡыт, спортсы ҙур өмөттәр бағлаһа ла, яҙмыштарҙы ла хәл итергә тура килә...

Ғөмүмән, бала ҙур спортҡа килгәндән алып, спорттан киткәнгә тиклем – беҙҙең ҡарамаҡта. Медицина күҙәтеүе үтәләр, төрлө ярыштарға ла тик табип ҡарары һәм рөхсәте менән генә сығалар.

Шуныһы ҡыуыныслы: килгән пациенттарҙы иҫәпкә алғанда, ҡалала спортҡа ылыҡҡан йәштәр ишәйә.

– Ә түләүле хеҙмәттәргә килгәндә, кемдәр менән һәм ннидәй йүнәлештә эшләйһегеҙ?

– Беренсенән, беҙҙә түләүле медицина хеҙмәттәренә сират юҡ. Икенсенән, беҙҙә функциональ тикшереү алымдарын тулы үтергә мөмкин. Әйтәйек, электрокардиография, реоэнцефалография, электроэнцефалография, велоэргометрия,  эхокадиография, шулай уҡ йөрәк ритмының вариабеллеген тикшерергә була. Шулай уҡ ультратауыш диагностикаһы  – ҡорһаҡ, бөйөр, оса,  күкрәк биҙҙәре, ҡалҡан биҙе органдарына УЗИ үткәрәбеҙ. Бынан тыш, баштың магистраль артерияһына, йәғни тамырҙарға һәм  аяҡ-ҡулдарға дуплекслы сканерлау һәм доплерография үткәрәбеҙ. Травматолог, ортопед, невролог, офтальмолог, оториноларинголог, стоматолог-терапевт, гинеколог, дерматолог, кардиолог һымаҡ белгестәребеҙ ҙә бар. Клиник-диагностика лабораторияһының үҙебеҙҙә булыуы эште еңеләйтә, йәғни анализдарҙы бында тапшырырға була, шулай уҡ  ҡанды биохимик тикшереүҙе лә үҙебеҙҙә ойошторабыҙ. Бөтә медицина хеҙмәттәренең дә лицензияһы һәм сертификаты бар. Шулай уҡ был хеҙмәттәрҙе күрһәтеүсе табиптар тураһында ла тулы  мәғлүмәт бар. 

 - Һеҙгә моғайын танышлыҡ буйынса килергә теләүселәр ҙә күптер…

   - Был йәһәттән диспансерҙа барыһы ла үтә күренмәле, камералар тора, беҙ закон боҙмай эшләйбеҙ, бөтә пациенттарға ла, кем булыуына ҡарамаҫтан, берүк шарттар.

   - Бигерәк тә спортта имгәнеп килгән кешеләр йәки башҡа төрлө һыҙланыуҙары менән мөрәжәғәт иткән пациенттар менән осрашҡандан һуң тормоштан йәм табырға ваҡыт ҡаламы? Табиплыҡтан башҡа нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ?

    - Мин тарихты бик яратам. Үҙемдең шәжәрәмде өйрәнеп, китап яҙҙым. Бынан тыш боронғо китаптар йыям. Һәм китап менән бәйле сувенирҙар һатып алам. Был хаҡта халыҡ-ара конференцияларҙа сығыштар яһайым.

     -  Тынғыһыҙ көндәлек эшегеҙҙә  уңыштар, шулай уҡ йән теләгән шөғөлөгөҙҙә лә фекерҙәштәрегеҙҙең артыуын теләйем.

 Римма ҒӘЛИМОВА.

 Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

ЧЕМПИОНДАР БЫНДА ДАУАЛАНА
ЧЕМПИОНДАР БЫНДА ДАУАЛАНА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: